

Социаль контракт буйынса түләүҙәрҙең күләме артты. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе түбәндә күрһәтелгән күләмдә алырға мөмкин:.
- 350 мең һумға тиклем – бизнес асыуға;
- 200 мең һумға тиклем – табыш алыу маҡсатында ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә.
Социаль контрактты ауыр тормош хәлен еңеп сығыу һәм даими табыш алыуға өлгәшеү маҡсатында йән башына уртаса килеме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан кәмерәк булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән граждандар төҙөй ала.
Социаль контрактты өс айҙан 12 айға тиклем төҙөргә була.
Социаль контракт төҙөү өсөн ғариза һәм документтар менән йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау органына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Һорауҙарығыҙҙы шулай уҡ Башҡортостандың Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәренә "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны аша бирергә була: 8 (347) 200-80-80.
Г. БҮЛӘКБАЕВА