Социаль мәсьәлә
13 Июль 2022, 13:30

Мәжбүри күскенселәрҙе депутат ҡабул итте

Уларҙы тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағылған һорауҙар ҡыҙыҡһындыра: медицина, белем алыу, эшкә урынлашыу, документтар юллау...

Мәжбүри күскенселәрҙе депутат ҡабул иттеМәжбүри күскенселәрҙе депутат ҡабул итте
Мәжбүри күскенселәрҙе депутат ҡабул итте

Бөгөн Өфөлә ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында Донбасстан күсеп килгәндәрҙе ҡабул итеү ойошторолдо. Граждандарҙың һорауҙарына Башҡортостандың Хәл-торош үҙәге координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева яуап бирҙе. Мөрәжәғәт итеүселәр егерменән ашыу булды.

“Уларға байтаҡ ауырлыҡтар кисерергә тура килде, беҙҙең бурысыбыҙ – тормоштарын тынысыраҡ, именерәк итеү. Ололар оҙайлы ғүмер кисерһен, йәштәр сәләмәт булһын, ғаилә ҡорһон, балалар үҫтерһен, киләсәккә ышаныс менән ҡараһын өсөн ярҙам итергә тейешбеҙ”, – тине Римма Үтәшева.

“Связист” ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында йәшәгәндәрҙе тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағылған һорауҙар ҡыҙыҡһындыра: медицина, белем алыу, эшкә урынлашыу, документтар юллау. Мәҫәлән, Юлия Кучманы ҡыҙына инвалидлыҡ тәғәйенләү мәсьәләһе борсой, Елена әсәһенә ишетеү аппараты алыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Кемделер медицина полисы, кемделер урта белем тураһында аттестатты тиҙләтелгән рәүештә алыу мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Ә Владимир Савиченков һәм Николай Шевардин эшкә урынлашыу өсөн медкомиссия үтеүҙә һәм белешмәләр йыйыуҙа ярҙам һораны. Депутат ҡайһы бер мәсьәләләрҙе урында уҡ хәл итте, бер өлөшөн яуаплы кешеләргә тапшырҙы, һәр мәсьәләне контролгә алды. Граждандарҙы ҡабул итеү артабан да ойоштороласаҡ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас