

Тәбиғәттең хозур ерендә, йәмле Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан “Орлёнок” һауыҡтырыу лагерында әллә ҡайҙан уҡ балаларҙың шат тауышы, дәртле йыр-көйҙәре, ихлас көлөүҙәре яңғырап тора. Әле лагерҙа беренсе смена эшләй, унда бөтәһе 200-гә яҡын бала ял итә.
Матур тәбиғәт ҡосағында
Йәмле Талҡаҫ күле буйында ял итергә теләгәндәрҙең һаны йылдан-йыл арта бара. Һәр ата-әсә ғәзиз балаһының каникулын күңелле һәм файҙалы үткәрергә тырыша. Быйыл лагерҙа Баймаҡ төбәгенән, Сибай, Өфө, Мәскәү, Магнитогорск ҡалаларынан, шулай уҡ Өфө районынан килгән балалар рәхәтләнеп ял итә, яңы дуҫтар таба, йәйге көндөң матурлығынан, йылыһынан кинәнә. Әйткәндәй, лагерь биләмәһендә сымһыҙ телефон бәйләнеше бар, шуға күрә ял итеүселәр ата-әсәләре менән даими бәйләнештә.
Лагерь директоры Әлфиә Ураҙаева бында биш йыл етәкселек итә һәм эштең бөтә нескәлектәрен яҡшы белә. Уның әйтеүенсә, балаларҙың һаулығын нығытыу һәм ялын файҙалы үткәреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Балалар бөтә уңайлыҡтары булған корпустарҙа йәшәй, аҙнаһына ике тапҡыр мунса яғыла, алты тапҡыр ашатыу ҡаралған. 10-ар тәрбиәсе һәм сараларҙы алып барыусы көн һайын балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн тырыша. Ашнаҡсылар бешергән тәмле аштар һәр кемдең күңеленә хуш килә. Бында ял итеүселәрҙең бошоноп ултырырға йә иһә телефонда соҡсонорға һис тә ваҡыты юҡ, бер сара тамамланыуға, икенсеһе башлана.
Беҙгә лә тәрбиәселәр һәм балалар менән төрлө уйын, ярыш барышында ғына бер аҙ аралашып алыу мөмкинлеге булды.
“Яңы дуҫтар таптыҡ”
Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбе уҡыусыһы Ынйыгөл Ҡасимова менән 1-се мәктәбендә белем алған Линара Әминеваны тап ошо лагерь дуҫлаштырған да инде! Ҡыҙҙар икеһе лә VII класҡа бара, шуға күрә уртаҡ серҙәре генә түгел, кәңәшләшер һүҙҙәре лә күп.
– Мин бында икенсе йыл рәттән киләм, ныҡ оҡшай, тик быйыл көндәр бер аҙ һыуығыраҡ, шуға күрә әле Талҡаҫта һыу инеп булманы, – тип борсолоуын белдерҙе Ынйыгөл.
– Тәүге тапҡыр килеүемә ҡарамаҫтан, “Орлёнок”та күңелле! Яңы дуҫтар таптым, тәбиғәт ныҡ матур. Тирә-яҡта урынлашҡан ер-һыу буйлап сәйәхәттә лә булдыҡ. Ирәндек тауындағы “Танк ҡаяһы”на барҙыҡ, уның тарихы менән таныштыҡ. Көн һайын төрлө ҡыҙыҡлы саралар үтә, бик оҡшай бында, – тип йылмая Линара.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Азамат Хисамов менән Баймаҡтан Рамаҙан Моталлаповҡа ла лагерҙа оҡшай. Малайҙар бигерәк тә волейбол, футбол уйнарға ярата.
Ысынлап та, был һауыҡтырыу лагерында бер тапҡыр ял иткән бала үҙен бәхетле тоя, артабан да килергә теләк белдерә, сөнки һәр көн ҡабатланмаҫлыҡ бай тәьҫораттар ҡалдыра. Ҡыҙ һәм малайҙарҙың күңеле йәмләнә, илһамлана һәм яңы уҡыу йылына көс туплана. Һәр бала күңелендә бөрөләнеп кенә яңы маҡсаттар барлыҡҡа килә, ул үҙен төрлө яҡтан аса, тиҫтерҙәре менән төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашып, һәләттәре асыҡлана, төрлө комплекстарҙан арына, командала эшләргә өйрәнә, иң мөһиме – яңы дуҫтар таба!
Тәрбиәсе һәм әйҙәүселәре лә шәп!
Ситтән ҡарап торһаң, ысынлап та, бында бик күңелле. Ана, бер яҡта бәләкәй төркөм рәхәтләнеп төрлө уйындар уйнай, ҙурыраҡтары спорт майҙансығында волейбол һәм баскетбол буйынса үҙ-ара ярыша. Ҡыҙҙар, бер аҙ өймәкләшеп, ҡояш нурынан ышыҡланғандай, ҡайындар араһындағы эскәмйәлә нимәлер хаҡында үҙ-ара ҡыҙыу дискуссия үткәрә. Уларҙың һәр береһе янында балаларҙың ялын ойоштороусылар – тәрбиәселәр һәм әйҙәүселәр бар. Уларҙан тыш, бында физкультура, йөҙөү буйынса инструкторҙар һәм музыка белгесе эшләй. Тәрбиәселәрҙең күбеһе – Сибай институты һәм Сибай педагогия колледжы студенттары. Бында эшкә килер алдынан уларҙың барыһы ла бик етди имтихан тотҡан, медицина тикшеренеүе үткән.
Лиана Ноғоманова менән Әлфиә Әүбәкирова Сибай педагогия колледжының өсөнсө курсында белем ала. Улар йәй буйы өс сменала балалар менән эшләргә ниәтләй, каникул да файҙалы үтә, бер аҙ аҡса эшләү мөмкинлеге лә бар, тиҙәр.
– Мин үҙем – Әбйәлил ҡыҙы. Баймаҡ районының йөҙөк ҡашы булған йәмле Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан лагерҙа эшләү мөмкинлеге килеп сыҡҡас та, ҡулдан ысҡындырмаҫҡа булдым. Практикам бара, балалар менән эшләү тәжрибәһе лә арта, студент кешенең кеҫәһен бер аҙ ҡалынайтыуға ла ярҙам итә, – тип йылмая Әлфиә һылыу.
Әхирәтенең һүҙҙәрен Лиана ла ҡеүәтләй. Әйткәндәй, бәләкәй балалар отряды тәрбиәсеһе Елена Гасан да – Сибай педагогия колледжы студенты, буласаҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы. Бар яҡлап һәләтле ҡыҙ балалар менән күптән уртаҡ тел тапҡан, уның тәрбиәләнеүселәре төрлө сараларҙа һәр саҡ алдынғы урындарҙы яулай.
Тәрбиәселәр һәм әйҙәүселәр көн һайын лагерҙа ял иткән уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы, күңелле уйындар, мауыҡтырғыс саралар, йөкмәткеле кисәләр ойоштора.
Бала һаулығы – тәүге урында
Һүҙ юҡ, бала ҡайҙа ғына ял итмәһен, иң тәүҙә уның сәләмәтлеге беренсе урында тора. “Орлёнок” һауыҡтырыу лагерында уларҙың тәүлек әйләнәһенә сәләмәтлек торошо һағында торған аҡ халатлы, изге күңелле апайҙары Фирая Сәлихова тураһында барыһы ла яҡшы фекерҙә. Ул, балаларҙы лагерҙың тәүге көнөнән үк ентекле тикшереп, һәр береһен ҡарап, ашаған ризыҡтарын күҙәтеп тора. Был өлкәлә тәжрибәһе етерлек, ул оҙаҡ йылдар Граф күле янындағы балалар лагерында эшләгән.
– Тәүҙә бер аҙ ваҡыт өйрәнеп китә алмай, мөхиткә яраҡлашыу осоронда үҙ-үҙенә бикләнеп, яҡындарын һағына башлайҙар. Ошо ваҡытта улар менән уртаҡ тел табып, төрлө кәңәштәр бирәм. Аҙағыраҡ аллергия сирҙәре башлана, быға ниндәйҙер үҫемлек, сәскә йә иһә төрлө серәкәй, бөжәктәрҙең тешләүе сәбәпсе. Һәр баланың организмы яңылыҡты үҙенсә ҡабул итә, кемдәлер серәкәй-себен тешләүе бер ниндәй эҙ ҡалдырмай, бәғзеләрендә иһә аллергия тыуҙырыуы мөмкин. Аш-һыу, ризыҡтар менән ағыуланыу осраҡтары бөтөнләй юҡ, был яҡтан контроль бик көслө, – ти Фирая Әғзәм ҡыҙы.
Яңы уҡыу йылына – яңы көс менән
Тәүге сменала ял иткән 200 бала, көндәрҙең бер аҙ һыуыҡ тороуы сәбәпле, Талҡаҫ күлендә рәхәтләнеп һыу инә алмаһа ла, күңелдәре күтәренке, кәйефтәре шәп, сөнки лагерь тормошо бер минутҡа ла тынмай: бер отряд сираттағы конкурсҡа әҙерләнә, икенселәр тирләп-бешеп туп тибә, өсөнсөләр йыр-бейеү өйрәнә. Ошонда килгән һәр ҡыҙ һәм малай яңы уҡыу йылын яңы көс-дәрт менән башлаһын, йәйге каникул тураһында күңелле хәтирәләр генә ҡалһын өсөн тырыша өлкәндәр.
Йәмле йәйҙе хозур тәбиғәт ҡосағында үткәргән балалар янынан беҙ ҙә ҡыуанып ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Күңелдә – ҡасандыр үҙебеҙ булған ял һәм хеҙмәт лагерҙары, күмәкләшеп усаҡ яғыу, шаярышып бер-беребеҙҙе һыуға ташлаған мәлдәр тураһында хәтирәләр.
Һәр кемдең дә бала сағы шундай йылы иҫтәлектәргә бай булһын!
- Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы