Социаль мәсьәлә
17 Июль 2022, 09:45

14-35 йәшлектәргә – 100 мең һум!

Ғаризалар 22 июлдә Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем ҡабул ителә.

14-35 йәшлектәргә – 100 мең һум!14-35 йәшлектәргә – 100 мең һум!
14-35 йәшлектәргә – 100 мең һум!

Йәшең 14-тән 35-кә тиклемге арауыҡтамы? Әйләнә-тирәңдәге донъяны үҙгәртергә әҙерһеңме?

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың грант конкурсында үҙеңдең социаль проектыңа 100 мең һум күләмендәге аҡсаға дәғүә итә алаһың.

15 номинация, проектты тормошҡа ашырыуға бер йылдан ашыу ваҡыт һәм минималь отчётлылыҡ – шәп идеяны ғәмәлгә ашырыу өсөн барыһы ла бар!

Ғаризалар 22 июлдә Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем ҡабул ителә. Һылтанмаға баҫ һәм "Росмолодежь" һинең ғәйәт ҙур проекттарыңды тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәге тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәт менән таныш!

Ентеклерәк: https://fadm.gov.ru/news/65593

Фото academycentr.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас