

Билдәле парикмахер, илдә өйһөҙҙәр өсөн беренсе бөҙрәхана асҡан Татьяна Овсяникова Донбасстан килеп, инде дүрт ай Өфөләге Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә бер ҡатын менән уның ҡыҙына яратҡан эше менән шөғөлләнергә ярҙам итә.
Юля Полякова 14 йәшлек инвалид ҡыҙы Викторияны ҡарай. Ғаилә Снежное ҡалаһынан быйыл мартта килгән – уларға Елизавета Глинка исемендәге “Доктор Лиза” хәйриә фонды ярҙам иткән. Башҡортостанда йәшәү урыны табыуҙа иһә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлыҡ ҡылған.
Апрелдә Татьяна Овсяникова үҙәккә Юлия менән Виканың сәсен ҡырҡырға килгән саҡта аралашып китеп, ҡатындың элек тегергә яратҡаны, әммә әле был шөғөлөн онота башлауы тураһында белеп ҡала. Парикмахер уға ялы ваҡытында “Изгелек парикмахерҙары” проекты ирекмәндәре өсөн шоперҙар, таҫтамалдар, пеньюарҙар тегергә тәҡдим итә. Юля был тәҡдимгә ихлас ризалаша. Шулай итеп, Татьяна үҙенең тәҡдимен нисек тормошҡа ашырыу тураһында уйлана башлай.
Һәм быйыл июнь аҙағында Президент гранттары фондының сираттан тыш махсус конкурс иғлан иткәне тураһында белеп ҡала, уның йүнәлештәренең береһе – Рәсәйгә килгән мәжбүри күскенселәргә социаль ярҙам.
Татьяна ғаризаны үҙенең коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы – “Татьяна Овсяникова” өҫтәмә һөнәри белем биреү шәхси учреждениеһы исеменән бирергә ҡарар итә. Документтар 15 июлгә тиклем ҡабул ителде. Әгәр ҙә ҡатын грант отоуға өлгәшһә, уға таҫтамалдар, шоперҙар тегеү өсөн теген машинаһы, материалдар һатып алыу, Юляға эш хаҡы түләү мөмкин буласаҡ. Шулай итеп, ул күскенсе ҡатынды, ҡыҙынан айырмайынса, ваҡытлыса түләнгән шөғөл менән тәьмин итә аласаҡ.
"Проектта ныҡ ҡатнашҡым һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡараған әсәйҙәргә өйҙә лә эшләргә мөмкин булыуын күрһәткем килә", – ти Юля Полякова.
Ҡағыҙҙа проект шартлы рәүештә “Изге күңелле күскенселәрҙең алтын әйбере” тип атала, бюджет иҫәпләнмәгән, әммә план бар – “изге парикмахерҙар” ирекмәндәре өсөн 1000 тупланма тегеү, бының өсөн алты-туғыҙ ай китәсәк.
Проектҡа куратор итеп тегеүсе Алина Токареваны йәлеп итеү планлаштырыла, ул ирекмәнлек башланғысында Татьянаға изге эштәрендә булышлыҡ ҡыла, әле лә Юляны нисек дөрөҫ тегергә, сигергә өйрәтергә әҙер. Уның һөнәри оҫталығы икеләнеү тыуҙырмай. Фольклориада һәм WorldSkills кеүек саралар ҡунаҡтарын ҡаршылау өсөн костюмдар кәрәк булғанда ла ҡатынға мөрәжәғәт иткәндәр. Быға тиклем Алина Даун синдромы булған йәш кешеләрҙе тегергә өйрәткән. Уларҙы “СоДействие” инвалид балалы ата-әсәләрҙең төбәк йәмәғәт ойошмаһы “Изгелек парикмахерҙары” проекты символы булған 120 партия йөнтәҫ таҫтамал тегеү өсөн йәлеп иткән.
Грант отоп булмаған осраҡта ла, Татьяна уйлағанын йыл аҙағына еткерергә ниәтләй һәм Юляға яратҡан эше менән шөғөлләнеү, аҡса эшләү мөмкинлеген асыу юлын табырына ышана.
Мәғлүм булыуынса, берәҙәк һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләрҙе хеҙмәтләндереү буйынса “Изгелек парикмахерҙары” ирекмәндәр бөҙрәхана үҙәге былтыр Өфөнөң Никольский вокзал ғибәҙәтханаһында асылғайны. Үҙәктә эшләү өсөн 20 ирекмән-парикмахер уҡытыла, бында инвалид балалар тәрбиәләгән әсәләр, социаль хәүеф төркөмөнән башҡа ҡатын-ҡыҙҙар сәс ҡырҡыу серҙәрен үҙләштерә ала. Бынан һуң йыл дауамында ошондай үҙәктәр Рәсәйҙең тағы ла биш ҡалаһында асылды – Силәбелә, Воронежда, Сергиев Посадта, Төмәндә, Ҡурғанда. Мәҫәлән, Сергиев Посадта яҡынса 40 ирекмән-парикмахер эшләй. Ҡурған ирекмәндәр бөҙрәханаһы үҙәгендә шәфҡәт туташтарын уҡытырға йыйыналар.
Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк, “Изге күңелле күскенселәрҙең алтын әйбере” проекты нигеҙендә Татьяна Овсяникова өс баланы яңғыҙ тәрбиәләгән һәм Бәләбәй ҡалаһында дөйөм ятаҡта 12 квадрат метрлыҡ бүлмәлә йәшәгән Регина Ғәниеваны эшле иткеһе килә. Был ҡатын Башҡортостанға Үзбәкстандан килгән, ауыр тормош хәленә ҡалған, ире менән айырылып йөрөй. Әлеге ваҡытта йәш ярымға тиклемге балаһы өсөн пособие ала, ә өлкәндәренә – 15, ете йәш.
"Беҙҙе ҡыҙҙарыбыҙ таныштырҙы, Регинаға ҡунаҡҡа индек. Әгәр ҙә уға теген машинаһы алып биреп, тегергә өйрәтһәк, ул балаларын ҡарап, өйҙә шоперҙар һәм таҫтамалдар теккән өсөн эш хаҡы алыр ине. Киләсәктә был проектҡа ҡушылырға, өйҙә аҡса эшләргә теләгән һәр ҡатынға ошондай мөмкинлек бирергә теләйбеҙ", – ти Татьяна Овсяникова.
Фото: Башҡортстандың Йәмәғәт палатаһы сайты.