

“Һәләттәр планетаһы” һәләтле балалар һәм йәштәрҙе асыҡлау, эшләү һәм үҫтереү үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте Президент гранттары фондының махсус конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә. Ул 15 июлдә старт алды һәм 15 авгусҡа тиклем дауам итә. Конкурстың бер йүнәлеше – йәмәғәт илселеген үҫтереү һәм ватандаштарға ярҙам итеү.
Ойошма Фонд ярҙамында “Бергә – беҙ берҙәм!” проектын ғәмәлгә ашырырға йыйына: 2022-2023 уҡыу йылында Луганск Халыҡ Республикаһынан һәм Донбасс Халыҡ Республикаһынан мәжбүри күсеп килгән балаларҙы йыр, актерлыҡ оҫталығына һәм сәхнә телмәренә уҡытасаҡтар, улар республикала уҙған ижади конкурстарҙа, концерттарҙа һәм сараларҙа ҡатнашасаҡ.
5 июлдә Өфө эргәһендәге “Элемтәсе” шифаханаһының ваҡытлыса йәшәү пунктында үҙәк Луганск һәм Донбасс халыҡ республикаларынан килгән 15 бала өсөн йыр һәм актерлыҡ оҫталығы буйынса ижади оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
– Ошо сара барышында балаларҙың ижади йәһәттән үҫеүгә мохтажлығын аңланыҡ. Был уларға килеп тыуған хәлдә тиҙерәк психологик реабилитация үтеү мөмкинлеген бирәсәк. Беҙҙең команда “сит” балалар булмай, тип иҫәпләй. Балалар күҙендә өмөт, һағыш, наҙға мохтажлыҡ күреп, беҙ уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ. Балалар – бөтә донъяның киләсәге, уларҙы нисек тәрбиәләйбеҙ, беҙҙе шундай уҡ киләсәк көтә. Шуға ла Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы балаларын да үҫтерергә кәрәк, ә ижад – ул шәхесте тәрбиәләүҙең иң ябай ысулы, – тип билдәләне “Һәләттәр планетаһы” үҙәге директоры һәм “Бергә – беҙ берҙәм!” проекты етәксеһе Яна Янситова.
Яна Янситова белдереүенсә, грант отһалар, уны уҡытыуға һәм уҡытыусыларға аҡса түләүгә, балалар өсөн сәхнә кейемдәре тегеүгә, күнекмәләр һәм концерттар өсөн ҡуртымға бина алыуға, проектта ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү өсөн бүләктәр алыу, тауыш яҙҙырыу студияһында балалар менән әҙерләнгән йырҙарҙы яҙҙырыу, ижади конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн иғәнәләр түләү, дипломдар, бүләктәр алыу өсөн тотоноласаҡ.
Грантты ота алмаған осраҡта ла, ойошма Донбасс балалары өсөн 2022 йылдың авгусынан 2023 йылдың майына тиклем оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
– Августа балалар урынлаштырылған барлыҡ пункттар буйлап үтергә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә һәм теләүселәрҙе уҡырға саҡырырға уйлайбыҙ. Ә сентябрҙән майға тиклем улар өсөн аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәләр ойоштороласаҡ, – тип уртаҡлашты Яна Янситова.
“Һәләттәр планета”һы быға тиклем дә Президент грантын отҡаны бар: 2019 йылда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған балалар, үҫмерҙәр, йәштәр ижады республика фестивале, 2020-2021 йылда “Музыкаль ҡумта сере” балалар-үҫмерҙәр мюзиклы, 2021-2022 йылда "Million Voices" вокал академияһын үҫтереү өсөн балалар ижад майҙансығын ойоштороу проекттары хуплау тапҡан. Бындай эшмәкәрлек ойошмаға сираттағы социаль проектты тормошҡа ашырыуҙы ла ышанып тапшырырҙар тигән өмөт уята.
Президент гранты алыу буйынса махсус конкурста ҡатнашырға теләгәндәр тулы мәғлүмәт менән президентскиегранты.рф сайтында таныша ала.
Фото: рәсми сығанаҡтан.