

21 июлдә Салауат ҡалаһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лира Иғтисамова Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Кәңәшмәлә республикалағы һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының, шул иҫәптән Стретамаҡ медицина округының 2022 йылдың тәүге ярты йыллығындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, медицина ярҙамын атҡарыу күләме ҡаралды.
- Граждандар сәләмәтлеге - Башҡортостан Республикаһы етәкселеге иғтибарында. Һаулыҡ һаҡлау тармағы үҫеше өсөн йыл һайын байтаҡ аҡса бүленә. Ағымдағы йылда финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтарынан бөтә сығым күләме 106,3 миллиард һум планлаштырылған, - тине үҙ сығышында Лира Иғтисамова.
Республикала һаулыҡ һаҡлау системаһын – беренсел звенонан, бигерәк тә халыҡтың 40 проценты йәшәгән ауылда нығытыу, юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәтә алған клиникалар мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса эш бара.
Медицина объекттары төҙөлә һәм булғандары үҙгәртеп ҡорола. Республика кардиология үҙәгенең хирургия копусы һәм Балалар онкогемотология үҙәге, Учалыла һәм Оло Ыҡтамаҡта дауаханалар, Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһы поликлникаһы һәм башҡалар төҙөлә. 2025 йылға тиклем барлығы алты поликлиника төҙөү, 400-ҙән ашыу модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйыу, 40 табип амбулаторияһы ҡуйыу планлаштырыла.
- Һаулыҡ һаҡлау сифаты юғары булған һайын кешеләрҙең, дөйөм алғанда, йәмғиәттең талаптары артҡандан-арта. Башҡортостанда йәшәүселәр медицина хеҙмәткәрҙәренә риза булһын һәм республика медицинаһы тураһында хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәре менән әйтһен өсөн барыһн да эшләргә кәрәк, - тип өндәште залдағыларға Лира Иғтисамова.
Үҙ докладында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тармаҡ алдындағы тәү сираттағы мәсьәләләр – медицина, демография күрһәткестәрен яҡшыртыу, үлем осраҡтарын кәметеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса төбәк күрһәткестәрен яҡштырыу һәм башҡаларға иғтибарҙы арттырырға ҡушты.
- Салауат ҡалаһына эш сәфәрендә Лира Иғтисамова ҡала дауаханаһын да ҡараны, балалар поликлиникаһы, дауахананың йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе эшмәкәрлеге, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә хирургия корпусына килтерелгән заманса ҡоролмалар менән танышты.
Фото: pravitelstvorb.ru