Социаль мәсьәлә
22 Июль 2022, 18:30

Эш графигы теүәл үтәлергә тейеш

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үткәрелде.

Эш графигы теүәл үтәлергә тейешЭш графигы теүәл үтәлергә тейеш
Эш графигы теүәл үтәлергә тейеш

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Иҫтәлекле дата 2024 йылда билдәләнәсәк. Тейешле министрлыҡтар һәм төҙөлөш ойошмалары етәкселәре ҡала хакимиәте вәкилдәре менән берлектә баш ҡалала файҙаланыуға тапшырыуға планлаштырылған төп ҡоролмаларҙы һәм объекттарҙы финанслау, проектлау, төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Инна Иксанова хәбәр итеүенсә, Көрәш һарайын төҙөү буйынса эштәр раҫланған график буйынса бара. Башҡортостан етәксеһе Өфө ҡалаһы хакимиәтенә һарайҙы төҙөү эшен тирә-яҡты төҙөкләндереү менән бергә алып барыуҙы йөкмәтте.

Өфөнөң 450 йыллығына Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының яңыртылған бинаһы ла асыласаҡ. Был ваҡиға 2023 йылдың декабренә билдәләнгән. Реконструкциянан һуң театрҙа икенсе тамаша залы барлыҡҡа килергә тейеш.

2024 йылда Өфөнөң төньяҡ һәм көнсығыш ситендә иң ҙур спорт үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк, улар федераль, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәреү майҙанына әүерелергә тейеш.

"Бөтә эштәр юл картаһына ярашлы бара, – тине республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. – Рәсәйҙең Спорт министрлығы менән берлектә был объекттарҙа эш графигы барышын күҙәтеп торабыҙ”.

Ултырышта шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы аша иҫке арҡалы күперҙе капиталь ремонтлау буйынса эш барышы тикшерелде. Инфраструктураның тағы ла бер эре транспорт-логистика проекты — “Көньяҡ ҡапҡа”. Кузнецов затоны биҫтәһендә 2200 урынлыҡ күптән көтөлгән мәктәп тә төҙөлөргә тейеш.

Ултырышта шулай уҡ һуғыш ветерандары өсөн Республика клиник госпитале төҙөү урыны билдәләнде. Ул Өфөнөң "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһы биләмәһендә урынлаштырыласаҡ.

Ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы проект-тикшереү, төҙөлөш-монтаж эштәре графигын теүәл үтәү мөһимлеге тураһында тағы бер иҫкәртте.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас