Социаль мәсьәлә
22 Июля 2022, 07:15

Эш кәрәкһә, мөрәжәғәт итегеҙ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

Эш кәрәкһә, мөрәжәғәт итегеҙЭш кәрәкһә, мөрәжәғәт итегеҙ
Эш кәрәкһә, мөрәжәғәт итегеҙ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин мәшғүллек менән бәйле хәлде һаҡлау мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды – быға тармаҡ стратегияларын тормошҡа ашырыу һәм хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү сараларын оҙайтыу булышлыҡ итә.

Мишустин һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йәшәгәндәргә өҫтәмә ярҙам сараларын әҙерләргә кәрәк. Хеҙмәт баҙарындағы хәлдең тотороҡлолоғо өсөн предприятиелар һорауы буйынса кадрҙарҙы әҙерләүгә һәм мәшғүллек институттарын яңыртыуға иғтибар бүлергә кәрәк.

Башҡортостанда хәл тотороҡло булып ҡала. Марттан майға тиклем эшһеҙҙәр һаны 83,2 меңдән 77,9 меңгә тилем кәмегән. Эшһеҙлек кимәле 4,3-тән 4,1-гә тиклем аҙайған.

Йыл башынан Башҡортостан эш биреүселәре 217 мең хеҙмәткәргә ихтыяж тураһында мәғлүмәттәр биргән. Уларҙың 170 меңдән ашыуы эш менән тәьмин ителгән, тағы 46 мең хеҙмәткәргә ихтыяж ҡала. Күберәк вакансиялар – эшкәртеү сәнәғәтендә, төҙөлөштә, сауҙала, социаль хеҙмәттәрҙә, ҡунаҡханаларҙа, дөйөм туҡланыу предприятиеларында, ауыл һәм урман хужалыҡтарында.

Эшкә мохтаж икәнһегеҙ, ҡалағыҙҙағы мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ: унда һеҙгә буш вакансиялар тәҡдим итәсәктәр һәм, кәрәкһә, ҡайтанан уҡырға ебәрәсәктәр.

Бынан тыш, Башҡортостанда сәнәғәт предприятиеларындағы эшһеҙ ҡалыу хәүефе аҫтындағы хеҙмәткәрҙәргә һөнәри уҡыуҙы ойоштороу буйынса программа тормошҡа ашырыла. Был маҡсатта 190 миллиард һумдан ашыу аҡсаны йүнәлттек. Республикала хеҙмәт баҙарына булышлыҡ итеү өсөн барлығы ике миллиард һум аҡса йәлеп ителде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың 2024 йылға стратегик маҡсаттары үҙгәрешһеҙ ҡала: халыҡ-ара методология буйынса эшһеҙлек кимәлен 4,8 проценттан арттырмай һаҡлау”.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас