

“Һәр ваҡыт янымда бул” төбәк йәмәғәт хәйриә ойошмаһы Президент гранттары фондынан “Ярҙам ҡулы” социаль-ял үҙәге эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн 1,5 миллион һум алырға ниәтләй.
Үҙәк ете йыл инде уңышлы эшләй. Ул Өфөләге Мушников урамында урынлашҡан. Бында үҙенсәлекле балалар өсөн күнекмәләр ойошторола. Эш әлегә өс кабинеттан торған, ҙур булмаған бинала алып барыла.
“Үҙәккә ихтыяж ҙур. Өфөнөң Калинин районында ғына 700 инвалид бала, - ти ойошма етәксеһе Эльвира Нәбиуллина. – Быйыл опека органдары кәңәше буйынса Донбасстан күсеп килгән ете бала ла йөрөй башланы”.
Үҙәк яҙмышы уны ойоштороусы тарихы менән бәйле. Быйыл Эльвира Нәбиуллинаның улы Айҙарға туғыҙ йәш тулған. Ул тыуғас, әсәгә, балаң һөйләшмәйәсәк, атламаясаҡ, тип махсус учреждениела ҡалдырырға тәҡдим иткәндәр. ДЦП диагнозы ҡуйғандар, бәхеткә, ул раҫланмаған, Айҙар тубыҡтарында атларға өйрәнгән, уҡытыусы ярҙамында әсәһенең портретын төшөрә. Улын үҫтереү теләгендә Эльвира реабилитация күнекмәләре өсөн бинаны ҡуртымға ала, башҡа ошондай һаулығы менән проблемалары булған балаларҙы саҡыра башлай. Бер йылдан һуң ҡатын “Һәр ваҡыт яңымда бул” ижтимағи ойошмаһын теркәй. Әле уға 3-18 йәшлек 100 бала йөрөй.
Ойошма Президент гранттары фондынан теләгән суммаһын сентябрь аҙағында алырмы-юҡмы, әлегә билдәһеҙ. 15 авгусҡа тиклем махсус конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә.
Фото: op.bashkortostan.ru