

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәттәре порталында “Табипҡа яҙылыу” хеҙмәтен яңыртасаҡтар. Һөҙөмтәлә был хеҙмәт уңайлыраҡ буласаҡ, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Хеҙмәтте яңыртыу өсөн “Мәғлүмәттәр витринаһы”н файҙаланалар. Ул һанлы хеҙмәттәрҙең ҙур экосистемаһын ойошторғанда ҡулланыла. Был “Һанлы иҡтисад” милли программаһы сиктәрендә алып барыла. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко төбәктәр башлыҡтарына “Табипҡа яҙылыу” хеҙмәтенә төбәк мәғлүмәттәр витринаһы ойошторорға һәм йыл аҙағына тиклем уларҙы дәүләт хеҙмәттәренә тоташтырырға ҡушты.
Башҡортостан уңайлы витриналарҙы эшләүҙе йыл башында башланы. Республикала йәшәүселәр үҙҙаллы һәм балаларын да табипҡа яҙа ала. Дәүләт хеҙмәттәренән тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 122 телефоны аша, поликлиника регистратураһында, doctor.bashkortostan.ru порталында йәки “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға мөмкин.
Фото: colossal1.cactusthemes.com