Социаль мәсьәлә
28 Июля 2022, 03:30

Балалар һаҡлауға, яҡлауға мохтаж

Бала һаулығы – ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Балалар һаҡлауға, яҡлауға мохтажБалалар һаҡлауға, яҡлауға мохтаж
Балалар һаҡлауға, яҡлауға мохтаж

Кешенең холҡо бала һәм үҫмер сағында формалаша. Тап ошо ваҡыттағы тормошо уның киләсәгенә лә бәйле. Бәлиғ булмағандарҙың организмы наркотик һәм башҡа токсик матдәләрҙең кире йоғонтоһона бирелеүсән. Ошо хаҡта оноторға ярамай. Төрлө химик матдәләрҙең файҙаланыуҙары һөҙөмтәһендә балаларҙың баш мейеһе һәм эске органдары зыян күрә, йыш ҡына наркоманияға, токсикоманияға килтерә. Ә улар – ауыр һәм бик ҡыйын дауаланған сирҙәр.

Ғаиләнең имен булмауы (ата-әсәнең “йәшел йылан” менән дуҫлығы, наркоман булыуы, тулы булмаған ғаилә), йәшәгән урында психоактив матдәләрҙе ҡулланыусыларҙың йәшәүе һәм башҡалар йоғонто яһауы ихтимал.

Бала һаулығы – ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп үҫмерҙәр төрлө токсик матдәләр файҙаланырға мөмкин. Һөҙөмтәлә баланың уҡыуға, яңы мауығыуҙарға ҡыҙыҡһыныуы кәмей, уның алдаша, өйҙән юғала башлауы ихтимал.

Бала-сағаның психоактив матдәләрҙе файҙаланыуын иҫкәртеүҙә ғаиләләге мөнәсәбәттәр мөһим роль уйнай. Ата-әсәнең ҡыҙын йәки улын тәрбиәләүгә етди иғтибар бүлеүе, зыянлы матдәләр, уларҙың сәләмәтлеккә кире йоғонтоһо тураһында һөйләү, аралашыу – быларҙың барыһы ла балаларҙы насар аҙымдан һаҡлаясаҡ.

Фото: molodezh79

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас