

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Финанс министрлығы ойошторған семинар-кәңәшмәнең беренсе көнө тамамланды.
Социаль заказ тураһындағы закон дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған секторҙың үҙ-ара эш итеүендә перспективалыраҡ күренгән алты йүнәлеште үҙ эсенә ала: социаль хеҙмәтләндереү (стационар формала социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге хеҙмәттәрҙән тыш), санаторий-курорт дауаланыуы (дәүләт социаль ярҙамы сиктәрендә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән тыш), паллиатив медицина ярҙамын күрһәтеү, төбәктәрҙә туристик индустрия үҫешенең уңайлы шарттарын булдырыу, спорт әҙерлеге, халыҡ мәшғүллеге. Ошо өлкәләрҙә социаль инструменттарҙы файҙаланыу секцияларҙа ҡаралғандан һуң дөйөм һөйләшеү ойошторолдо. Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары А.Р. Ҡадиров, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Е.Г. Камкин, Рәсәй Халыҡты социаль яҡлау министрлығының Социаль яҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү департаменты етәксеһе Т.Н. Васько һәм башҡалар үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
Семинар-кәңәшмәнең беренсе эш көнөнә һығымталарҙы Рәсәй финанс министры урынбаҫары А.М. Лавров яһаны.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.