Социаль мәсьәлә
28 Июль 2022, 10:45

Ихтыяж ҙур

Проектта ресубликалағы 200-ҙән ашыу ойошма өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, спорттың айырым төрҙәре буйынса базалы әҙерлек, мәктәп туризмы йүнәлештәре буйынса ҡатнаша.

Ихтыяж ҙурИхтыяж ҙур
Ихтыяж ҙур

“Быйыл спорт әҙерлеге өлкәһендә эшләй башланыҡ. Был маҡсатта өҫтәмә 50 миллион һум аҡса бүленде. Хәҙер кимәлде, хеҙмәттәр стандартын арттырабыҙ. Ихтыяж һәм ҡыҙыҡһыныу ҙур, – тип белдерҙе бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған Рәсәй Финанс министрлығы семинар-кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова. – Туризм бик әүҙем үҫешә. Беҙ мәктәп туризмы үҫеше буйынса федераль программала ҡатнашабыҙ. 11 меңдән ашыу  бала сәйәхәт итеү, республиканың ҡыҙыҡлы берәй мөйөшөндә булыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ”.

Лира Иғтисамованың әйтеүенсә, социаль заказ хеҙмәттәрен финанслау күләме яҡынса 800 миллион һум тәшкил итә. Проектта ресубликалағы 200-ҙән ашыу ойошма өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, спорттың айырым төрҙәре буйынса базалы әҙерлек, мәктәп туризмы йүнәлештәре буйынса ҡатнаша.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Ихтыяж ҙур
Ихтыяж ҙур
Ихтыяж ҙур
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас