Социаль мәсьәлә
28 Июль 2022, 06:15

Мөһим мәсьәләләр тикшерелде

Радий Хәбиров Кеше хоҡуҡтары советының яңы составының тәүге ултырышын үткәрҙе

Мөһим мәсьәләләр тикшерелдеМөһим мәсьәләләр тикшерелде
Мөһим мәсьәләләр тикшерелде

27 июлдә Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советының яңыртылған составының тәүге ултырышын үткәрҙе. Унда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары советы рәйесе урынбаҫары Ирина Киркора ҡатнашты.

Ултырышты асып, республика Башлығы Советтың әүәлге составына рәхсәт әйтте һәм хәҙерге шарттарҙа төп эш йүнәлештәрен билдәләне.

– Эшмәкәрлеге осоронда Совет абруйлы хоҡуҡ яҡлау институтына әүерелде, республика халҡының ышанысын һәм ихтирамын яуланы. Бергәләп ябай булмаған ваҡиғалар, ауыр хәлдәр аша үттек. Шул уҡ ваҡытта Совет ағзалары һәр ваҡыт кешеләрҙең законлы хоҡуҡтарын яҡланы, – тине Радий Хәбиров. – Советтың яңы составына юристар, ғалимдар, экологтар, ҡала активистары, журналистар, бизнес-берләшмә, һаулыҡ һаҡлау вәкилдәре, дин әһелдәре инде. Барығыҙ ҙа тормошоғоҙҙо кешеләргә һәм республикаға хеҙмәт итеүгә арнағанһығыҙ. Советтың яңы составы рәйесе итеп билдәле йәмәғәт эшмәкәре Зөлфиә Ғайсина һайланды.

Радий Хәбиров Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ярҙам күрһәтеү темаһын күтәрҙе һәм хәрби-ватансылыҡ тәрбиәләүҙең мөһим бурыстарҙың береһенә әүерелеүен билдәләне. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары советы рәйесе урынбаҫары Ирина Киркора республикалағы хоҡуҡ яҡлаусылар эшенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

– Беҙ Советтың тәүге составы менән әүҙем эшләнек, байтаҡ республика башланғыстарын федераль кимәлдә таныттыҡ. Был хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ һәм ул мөмкин тиклем һөҙөмтәле булыр, тип ышанам, – тине ул.

Ирина Киркора билдәләүенсә, республикала социаль сәйәсәткә ҙур иғтибар бүленә. Төбәктең был өлкәләге уңышлы тәжрибәләре бар, уны бөтә илгә таратырға мөмкин.

Ултырышта Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы рәйесе Зөлфиә Ғайсина Совет эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Уның урынбаҫары Флүр Нурлығаянов һайлау процестарының асыҡлығына йәмәғәт контролен тәьмин итеү тураһында сығыш яһаны. Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзалары Виктор Иванов – хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеү һәм йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләү, ә Эльза Мәүлимшина Өфөнөң 450 йыллығы алдынан мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауҙың мөһимлеге темаһын күтәрҙе. Совет ағзаһы Илдар Бикбаев Өфөлә йәмәғәт транспортын үҫтереү тураһында телмәр тотто.

Ултырышта шулай уҡ ялған мәғлүмәткә ҡаршы көрәш, элекке тотҡондарҙы социаль реабилитациялау, ҡарауһыҙ хужаһыҙ йәнлектәрҙе ҡарау мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостан Башлығы дәүләткә һәм коммерцияға ҡарамаған махсус ойошмаларҙы ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә әүҙемерәк йәлеп итергә ҡушты.

Төбәк етәксеһе ултырышта ҡатнашыусыларға эшлекле тәҡдимдәре өсөн рәхмәт әйтте һәм Советтың яңы составына уңышлы эш теләне.

– Беҙ йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән барлыҡ идеяларығыҙҙы һәм иҫкәрмәләрегеҙҙе мотлаҡ иҫәпкә алырбыҙ. Бергәләп халҡыбыҙ файҙаһына байтаҡ эш башҡарырбыҙ, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Мөһим мәсьәләләр тикшерелде
Мөһим мәсьәләләр тикшерелде
Мөһим мәсьәләләр тикшерелде
Мөһим мәсьәләләр тикшерелде
Мөһим мәсьәләләр тикшерелде
Мөһим мәсьәләләр тикшерелде
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас