

Республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Унда күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, күсмә флюорографтар, маммографтар, күсмә ФАПтар, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Республика кардиология үҙәге ҡатнаша. Табип-белгестәр бригадаһы составында - терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡалар.
Акция башланғандан алып 40 954 кеше тикшерелгән. 16 290 тикшереү, шул иҫәптән 10 850 флюорография, 5 440 маммография үткәрелгән. 1 744 кешенең ҡанында - глюкоза, 2 162 граждандың ҡанында холестерин кимәленең артыуы, 3 034 кешелә артериаль ҡан баҫымының күтәрелеүе, ике мең кешелә - артыҡ тән ауырлығы, 1 681 кешенең тәмәке тартыуы асыҡланған.
1 975 социаль әһәмиәтле сир асыҡланған, шул иҫәптән йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре - 1 469 кешелә, 157 кешелә - яман шеш, 16 кешелә туберкулез булыуға шик белдерелгән.
522 кеше Ҡыуатов исемендәге Республи ка клиник дауаханаһына – тикшерелеүгә, 112 кеше – госпитализацияға, 60 кеше коронароангиографияға ебәрелгән.
Бригадалар алты районда графикка ярашлы эш алып бара:
Өфө маршруты Саҡмағош районында эшен дауам итә (01.08 - 03.08 - Иҫке Ҡалмаш ауылы, 04.08 - 05.08 - Имәнлекүл ауылы);
Дыуан маршруты Дыуан районында маршрутын дауам итә (01.08 - 02.08 - Ҡалмаш ауылы, 03.08 - 05.08 - Өлкөндө ауылы);
Нефтекама маршруты Ҡалтасы районында эшен дауам итә (04.08 - 05.08 - Оло Кәлтәй ауылы);
Октябрьский маршруты Миәкә районында эшен башлай (01.08 - Рассвет ауылы, 02.08 - Новый Мир ауылы, 03.08 - 04.08 - Сатай ауылы, 05.08 - Сәфәр ауылы);
Стәрлетамаҡ маршруты Күгәрсен районында эш башлай (01.08 - 03.08 - Хоҙайбирҙин ауылы, 04.08 - 05.08 - Йомағужа ауылы);
Белорет маршруты Хәйбулла районында эшен дауам итә (01.08 - 03.08 - Маҡан ауылы, 04.08 - 05.08 - Степной ауылы).
Барлыҡ “Сәләмәтлек поездары” ауылдар буйлап графикка һәм планға ярашлы эшләй. 26 мобиль күсмә комплекс һәм 156 белгес йәлеп ителә. Белгестәрҙә яҙылырға кәрәкмәй.
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.