

28-29 июлдә Башҡортостан баш ҡалаһында Рәсәйҙең Финанс министрлығы “2020 йылдың 13 июленән 189-сы “Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) заказ тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекттарына идара итеү моделе” Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһен үткәрҙе.
Спикерҙар араһында: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров, Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Азат Ҡадиров, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин, “Ростуризм” етәксеһе урынбаҫары Григорий Прокуронов, шулай уҡ башҡа федераль төбәк ведомстволары, бизнес йәмәғәтселеге вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре.
– Үткән йыл менән сағыштырғанда, социаль заказды финанс йәһәтенән тәьмин итеү 45 процентҡа – 83,1 миллиард һумға тиклем артырылды. Был быйыл яңы дүрт төбәктең һәм туризм өлкәһенең ҡушылыуы менән бәйле булды. Шуға уны яңы эшмәкәрлек йүнәлештәрен бүлеү ҡаралды. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Дәүләт Думаһына ошоға ярашлы закон проектын индереүгә әҙерләй, – тип фекерҙәре менән бүлеште Рәсәй финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров. Ул шулай уҡ 2022 йылда социаль заказ буйынса хеҙмәттәрҙән, паллиатив медицина ярҙамын күрһәтеү һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәләренән файҙаланыусыларҙың артыуы тураһында белдерҙе. Социаль заказға ярашлы хеҙмәттәрҙән файҙаланыусыларҙың дөйөм һаны биш миллиондан ашыу тәшкил иткән.
Пленар сессияла түбәндәге мәсьәләләр ҡаралды:
- Апробацияға эшмәкәрлектең яңы йүнәлештәрен (физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү, социаль сирҙәрҙе иҫкәртеү, өҫтәмә мәғариф программаларын тормошҡа ашырыу);
- Федераль законды тормошҡа ашырыуҙы мәғлүмәт йәһәтенән тәьмин итеү;
- Федераль законды тормошҡа ашырғанда идара итеү ҡарарҙарын ҡабул иткәндә фәнни тикшереүҙәр һөҙөмтәләрен файҙаланыу;
- Үҙ-ара эш итеүҙеъң моделе булараҡ, коммуникация майҙансыҡтары.
Семинар-кәңәшмә эше сиктәрендә социаль заказды апробациялауға йәлеп ителгән илдең 34 төбәгендәге эшмәкәрлек йүнәлештәренең тематик сессиялары булды. Төрлө өлкә эксперттары пилот проекттарына идара итеү моделдәре һәм социаль заказ инструменттарын тормошҡа ашырыу практикаһы тураһында һөйләште.
- Пленар кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса тармаҡ секцияларында ҡатнашыусылар һаулыҡ һаҡлау, өҫтәмә белем биреү, спорт, мәшғүллек, социаль хеҙмәтләндереү һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәр күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) заказы тураһында фекер алышты, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
Кәңәшмәнең трансляцияһын Рәсәй Финанс министрлығының рәсми Rutube-каналында ҡарарға мөмкин.
Семинар-кәңәшмәнең икенсе көнөндә профилле “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Уның төп темаһы социаль заказдың финанс менеджментының башҡа инструменттары менән интеграцияһы булды. Айырым әйткәндә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттары сиктәрендә социаль заказ инструменттарын файҙаланыу, социаль заказ интеграцияһы мөмкинлектәре һәм башҡалар ҡаралды.
Фотолар: pravitelstvorb.ru