

Өфөлә Бөтә Рәсәй социаль өлкәлә хеҙмәттәрҙе күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) заказдарын тормошҡа ашырыуҙың пилот проекттарына идара итеү моделдәре мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмә үткәрелде.
29 июлдә сарала Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров етәкселегендә “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Модератор ТАСС-тың баш мөхәррире урынбаҫары Лана Самарина булды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова Рәсәйҙең Финанс министрлығына Башҡортостанда масштаблы семинар-кәңәшмә үткәреү һәм күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул сығышында социаль заказ механизмдары интеграцияһы перспективалары, республика миҫалында инициативалы бюджет бүлеү тураһында һөйләне.
- Беҙ һәр саҡ ҙур энтузиазм менән яңы тәҡдимдәрҙе ҡабул итәбеҙ, ҡыҙыҡлы федераль проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙербеҙ. Башҡортостан – Рәсәй Финанс министрлығы ҡатнашлығында тормошҡа ашырылған “Рәсәй Федерацияһы субъекттарында инициативалы бюджет бүлеү үҫеше” проектында иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе, - тине Лира Иғтисамова. – Был йүнәлеш башында республика пилот төбәктәр иҫәбендә ине. Башҡортостанда башланған Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы төбәктә инициативалы бюджет бүлеү үҫешенең “ебәреү нөктәһе”нә әүерелде. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 2022 йылда республика бюджетынан 500,0 миллион һум бүленгән.
Башҡортостанда тағы инициативалы бюджет бүлеүҙең алты моделе ҡаралған: программа “Реаль эштәр” йәки “Һайлаусылар ҡушыуы”, “Башҡорт ихаталары” проекты, “Ауыл хужалығында килем килтергән проекттар” һәм “Беҙҙең ауыл”, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
“Түңәрәк өҫтәл”дә шулай уҡ Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Азат Ҡадиров - ҡатнашыусыларға спорт өлкәһендә социаль заказды тормошҡа ашырғанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ инструменттарын файҙаланыу ниәте, Рәсәй Финанс министрлығы департаменты директоры Сергей Романов - инициативалы бюджет бүлеү үҫеше трендтары, “Беҙҙең киләсәк” Рәсәй фонды башҡарма директоры Юлия Жигулина дәүләткә ҡарамаған ойошмалар үҫешенә булышлыҡ иткән механизмдар тураһында хәбәр итте. “Рәсәй терәге”нең социаль эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы рәйесе Сергей Голубев социаль булышлыҡ итеүҙә “ҡаплы ҡарарҙар” тураһында һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 июлдә пленар кәңәшмә тамамланғас, тармаҡ секцияларында ҡатнашыусылар һаулыҡ һаҡлау, өҫтәмә белем биреү, мәшғүллек, спорт, социаль хеҙмәтләндереү һәм туризм өлкәләрендәге хеҙмәттәр күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) заказ процестары тураһында һөйләште.
Икенсе көндө, “түңәрәк өҫтәл”дә, хеҙмәттәрҙе башҡарыусыларҙың көнәркәшлек юлы менән бүленгән социаль заказға индерелгән хеҙмәттәрҙе күрһәтеү күләме күрһәткестәренә өлгәшеү һәм Федераль законға ярашлы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре буйынса тәҡдимдәр яңғыраны.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.