

28-29 июлдә Өфөлә Рәсәйҙең Финанс министрлығы үткәргән семинар-кәңәшмәлә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
“Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) заказ тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекттарына идара итеү моделе” Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә Башҡортостандың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы Һамар, Ярославль өлкәһе һәм Адыгея менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ балаларҙың ял һәм һауыҡтырыу өлкәһендә хеҙмәттәр – мәктәп туризмы – тураһында.
“Яҡтар эшмәкәрлегенең маҡсаты – социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙең сифатын күрһәтеү һәм уларҙы файҙаланырлыҡ итеү. Һөҙөмтәләргә өлгәшеү, бергәләп илдең һанлы иҡтисадын үҫтереү өсөн күрше төбәктәр менән һанлы продукттар менән бүлешергә әҙербеҙ”, - тип белдерҙе республиканың дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.