

Башҡортостандың медицина белгестәре Луганск Халыҡ Республикаһында эшләүен дауам итә. Красный Луч районында йәшәүселәр йылдар буйы тар белгестәрҙә ҡарала алмаған – улар урындағы дауаханала булмаған. Быйыл февралдән башлап медик-ирекмәндәр Донецк һәм Луганск республикаларындағы коллегаларына ярҙам күрһәтә.
Красный Луч ҡалаһында хәҙер инде өсөнсө медицина десанты эшләй. Унда алты өлкәндәр табибы, һигеҙ балалар табибы, дүрт урта звено медицина хеҙмәткәре бар. Күбеһе өсөнсө вахтала эшләй, тағы ҡалырға ризалар. УЗИ табибы, кардиолог, эндокринолог һәм функциональ диагностика табибы урындағы халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙалана, башҡорт белгестәренә эләгергә тырышалар.
"Яңы ғына тикшерелә башланым, лорҙы ғына үттем, - тигән, мәҫәлән, Красный Лучтан Светлана Заболотная. – Миңә анализдар тапшырырға, УЗИ-ға барырға кәрәк әле. Ейәнсәрем менән ҡыҙым мәктәп өсөн медицина комиссияһын, анализдарҙы ла ҡушып, бер сәғәт эсендә генә үтте. Бик ризабыҙ. Ҙур рәхмәт!"
Пациенттарҙы башҡорт медицина белгестәренең профессионаллеге генә түгел, медицина ярҙамына, консультацияға түләү булмауы ла ғәжәпләндерә.
"Беҙ бында күсендек, сөнки Рубежныйҙа барлыҡ ҡала инфраструктураһы емерелгән, дауаханалар эшләмәй, торлаҡ йорттар ҙа аҙ ғына ҡалды. Красный Луч дауаханаһында бөтә белгестәр тиерлек бар һәм улар ярҙамды бушлай күрһәтә. Беҙ был хаҡта онотҡанбыҙ инде, медицина хеҙмәттәре өсөн түләргә кәрәк ине. Ҡәрҙәш республикаға ҙур рәхәмәт, ябай булмаған ваҡытта ярҙам итәләр!" – тигән Рубежныйҙан мәжбүри күсеп килгән Станислав Вольский.
Башҡортостан медицина белгестәре Красный Лучтағы стационарҙа ла эшләй, сәләмәтлек поездары менән Красный Луч тораҡтарына ла бара. Киләһе аҙнала улар Петровское ҡалаһына барырға йыйына. Был аҙнала окулист рекорд ҡуйған – 70 кешене ҡабул итеп өлгөргән. Нисек кенә ауыр булмаһын, табиптарыбыҙ хәлгә аңлап ҡарай.
"Хәҙер бында урындағы дауаханала булмаған медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Красный Лучта йыш ҡына аталар, тик табиптар араһында паника юҡ. Барыһы ла үҙҙәренең бында кәрәк икәнлеген аңлай. Пациенттар башҡорт белгестәренә бик яҡшы ҡарай. Улар беҙҙе көтә һәм хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерә. Күптәре табиптарҙы һигеҙешәр йыл күрмәгән, ә хәҙер бушлай махсус медицина ярҙамынан файҙалана", - тигән Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы эндокринологы Леонора Хөсәйенова.
Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитеты ағзалары Красный Лучҡа гуманитар миссия менән һәм урындағы халыҡҡа ярҙам иткән табиптарға, коммуналь хеҙмәткәрҙәргә һәм башҡа белгестәргә терәк булырға килде.
Текст, фото: Гөлнур Артыҡаева.