

“Берҙәм Рәсәй” партияһы әүҙемселәре бөтә ил буйынса уҡыусыларҙы 1 сентябргә әҙерләргә ярҙам итә. Йыл һайын акция барышында аҙ тәьмин ителгән һәм ишле ғаиләләрҙәге балалар ярҙамға эйә була.
Быйыл партия акцияны Донбаста һәм азат ителгән биләмәләрҙә лә ойоштора, тип хәбәр итте “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары урынбаҫары Дарья Лантратова Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар миссия барышында. Мәктәп комплекттарының тәүге партияһын балаларға Краснодондағы осрашыуҙа “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы” әүҙемселәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар комитеты вәкилдәре тапшырҙы.
“Уҡыу йылы башланғанға тиклем бер ай самаһы ваҡыт ҡалды. Әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр өсөн әле балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү бик мөһим бурыс һәм мәшәҡәт булыуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Халыҡ республикаларында хәлдең ябай түгеллеген иҫәпкә алғанда, был мәсьәлә тағы ла ҡатмарлаша төшә. Шуға күрә быйыл беҙ “Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһын Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, Донбасста ла үткәрәбеҙ”, – тине Дарья Лантратова.
“Берҙәм Рәсәй” һәм партияның бөтә Рәсәй буйынса төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре кескәйҙәргә яңы уҡыу йылына әҙерләнергә әүҙем ярҙам итә. Ишле, аҙ тәьмин ителгән һәм имен булмаған ғаиләләрҙәге балаларға акция барышында канцелярия тауарҙары, яҙыу кәрәк-ярағы, дәфтәрҙәр, рәсем төшөрөү өсөн ҡулайламалар, балалар ижады йыйылмалары, портфелдәр һәм мәктәп формаһы тапшырыла.
“Быйыл бындай ярҙам Башҡортостанда йәшәгән Донбасс уҡыусыларына ла күрһәтелә. Мәҫәлән, республика буйынса төбәк һәм урындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләләрендә “Донбассҡа – китап” акцияһы ойошторолдо. Уның барышында Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары балалары өсөн рус телендәге уҡыу, балалар һәм классик әҙәбиәт йыйылды. Бынан тыш, китаптар менән бергә Донбассҡа беренсе кластар өсөн 70 йыйылматапшырҙыҡ”, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.
Фото: bashkortostan.er.ru/activity/news
Сығанаҡ: bashkortostan.er.ru/activity/news