

Өфөлә ошо йыл башынан әлегәсә һигеҙ әсә яңы тыуған сабыйынан баш тартырға теләгән. “Саторис” ҡала үҙәге белгестәренең был әсәйҙәр менән әңгәмәһенән һуң бөтә осраҡтарҙы ла яйлау, йәғни ыңғай хәл итеү мөмкин булды, тип һөйләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәл барышында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева.
“Саторис” үҙәге бәлиғ булмаған йәштә ауырға ҡалған үҫмер ҡыҙҙар менән етди эш алып бара. “2022 йылдың алты айында хәүеф төркөмөнә ҡараған ҡатын-ҡыҙға бәйле 130 осраҡ ҡаралған, уларҙың 16-һы – бәлиғ булмағандар”, – тип билдәләне Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы.
Эйе, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә, айырыуса ҡатын-ҡыҙға, бәлиғ булмаған балаларға төрлө йәһәттән ярҙам иткән үҙәктәрҙең булыуы күп бәләне иҫкәртергә, ҡатмарлы хәлдәрҙе яйларға булышлыҡ итә. Әле телгә алынған “Саторис” үҙәге Өфөлә 1995 йылда булдырыла. Ул республикала психологик, педагогик, медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлеш алған тәүге үҙәктәрҙең береһе була. Коллективта психологтар, логопедтар, дефектологтар, социаль педагогтар, методистар һәм педагогтарҙан торған татыу коллектив тупланған. Йыл һайын “Саторис” үҙәге белгестәре тарафынан балаларға, ата-әсәгә, уҡытыусыларға 26-29 мең самаһы хеҙмәт күрһәтелә. Бәлиғ булмаған йәштә ауырға ҡалған үҫмер ҡыҙҙар менән эшләү ҙә – төп йүнәлештәрҙең береһе. Ә эшмәкәрлек һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Мәҫәлән, ваҡытында һуҙылған ярҙам ҡулы, урынлы кәңәш, төплө әңгәмә һөҙөмтәһендә ошо йылдың тәүге яртыһында ғына һигеҙ сабыйҙың үҙ әсәһе менән бергә ҡалыуы – бик яҡшы күрһәткес.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә йәш быуынға сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау аша тәрбиә биреү алымы алға сыға бара. 2021-2022 йылдарҙа баш ҡала мәктәптәрендә “Өфө – сәләмәт йәшәү рәүеше биләмәһе” проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы “Ғаиләм традициялары”, “Спортлы Өфө” видеороликтар конкурстары һәм башҡа саралар ойошторолған, уларҙа 50 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан.
Сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса саралар комплексын баш ҡаланың психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәктәре лә ойоштора. Иртә енси бәйләнештәрҙе, ВИЧ-ты, енси юл менән таралған сирҙәрҙе иҫкәртеү темаһына уҡыусылар менән әңгәмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Үкенескә ҡаршы, тормошобоҙҙа бәлиғ булмаған ҡыҙҙарға, бәйһеҙ тормош алып барған, эскелек менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарға бәйле хәүефле хәлдәр булып тора. Күптәре ваҡытында йөклөлөк буйынса иҫәпкә тормай, табиптарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәмәй, хатта ауырлы ваҡытта ла араҡы, тәмәке менән “дуҫлығын” туҡтатмай. Һөҙөмтәлә, тап шундай әсәләрҙән сирле, етлекмәгән сабыйҙар тыуа һәм был балаларҙың сәләмәтлегенә ҡағылышлы дөйөм күрһәткестәргә лә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Ошо хаҡта түңәрәк өҫтәл барышында Гөлләриә Ялсыҡаева ла билдәләне. Мәҫәлән, 2021 йылда Өфө ҡалаһында тыуған сабыйҙарҙың 22 проценты ғына сәләмәтлек йәһәтенән беренсе төркөмгә ҡараған. 23 проценты – икенсе төркөмдө, 15 проценты өсөнсө – бишенсе төркөмдәрҙе тәшкил иткән.
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, ти халҡыбыҙ. Тыуыр йәнде ҡыйыу, үҙеңдең дауамың буласаҡ сабыйҙың һаулығын, именлеген хәстәрләмәү – оло гонаһ та, яуапһыҙлыҡ та. Тормош сәскәләре булған балалар һәр атай-әсәй өсөн көтөп алынған оло бүләк булып, һау-сәләмәт тыуһын, йәшәүгә йәм өҫтәп, шатлыҡ-ҡыуаныс солғанышында ғына үҫһен ине.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА