Социаль мәсьәлә
2 Август 2022, 10:30

Конкурста ҡатнашығыҙ

25 июлдән  31 авгусҡа тиклем “Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары” конкурсы үткәрелә

Конкурста ҡатнашығыҙКонкурста ҡатнашығыҙ
Конкурста ҡатнашығыҙ

25 июлдән  31 авгусҡа тиклем “Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары” конкурсы үткәрелә.

 – Хеҙмәткә хөрмәтте ғаилә ҡатнашлығынан тыш формалаштырып булмай. Бала күҙе алдында ата-әсәһенең, өләсәйҙәренең, олатайҙарының, башҡа туғандарының һәм яҡын дуҫтары туғандарының миҫалы бар икән, хеҙмәткә хөрмәтле ҡараш та тәбиғи рәүештә барлыҡҡа килә. Бынан тыш, ғаиләһендәге ағзаларҙың һөнәренә айырыуса ҡараш хасил була. Шулай итеп, хеҙмәт династиялары барлыҡҡа килә”, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Конкурс ике этапта “Һөҙөмтәле эш өсөн”, “Быуындар күсәгилешлеге”, “Боронғо династия” номинациялары буйынса үткәрелә.

Конкурстың беренсе (һайлау) этабын республиканың башҡарма власть органдары “Агросәнәғәт комплексы”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ”, “Мәҙәниәт”, “Урман хужалығы. Һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ”, “Мәғариф”, “Социаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү”, “Сәнәғәт”, “Төҙөлөш”, “Сауҙа”, “Транспорт”, “Физик культура һәм спорт” йүнәлештәре буйынса ойоштора.

Конкурста еңеп сыҡҡандар, призлы урындар яулаусылар Республика көнөндә билдәләнәсәк.

“Социаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү” йүнәлеше буйынса һайлау конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар пакеты 5 авгусҡа тиклем Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 402а бүлмәлә, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында 9 – 18 сәғәттә ҡабул ителә.

Бәйләнештәр өсөн: Агафонова Алина Рәйес ҡыҙы (тел. 218-06-55; Agafonova.AR@bashkortostan.ru).

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас