

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Бәләбәйҙә өс пар өйләнешкән. Был хаҡта Бәләбәй районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Динара Мофазалова хәбәр итте. Бик тә ҡыҙыҡлы күренеш: уларҙың барыһы ла никахтарын икенсе тапҡыр теркәгән.
Шул уҡ ваҡытта айырылышыу күренештәренең булыуын да телгә алмау мөмкин түгел. Мәҫәлән, 2022 йылдың ғинуар айынан июнгә тиклем 155 ғаилә тарҡалған. Социаль һорау алыу шуны күрһәтә, ғаиләләр төрлө сәбәптән айырылыша. Ир менән ҡатындың фекерҙәренең тап килмәүенә бәйле күптәр айырым йәшәргә тырыша. Уның ҡарауы, яңы 127 пар өйләнешкән. Белгестәр фекеренсә, уртаса алғанда, айырылышыу һәм ғаилә ҡороу күрһәткесе бер сама ҡала килә. Сағыштырыу өсөн: 2020 йылда 114 пар законлы никахҡа ингән, 125 ғаилә тарҡалған. Ә 2021 йылда иһә сәстәрен сәскә бәйләүселәр һаны 150-гә еткән, айырылышыу күрһәткесе – 153.
– Айырылышыуҙарҙың бер аҙ күбәйеүе ғаилә ҡиммәттәренә талаптарҙың артыуына бәйле, – тип аңлата Динара Мөнәүәр ҡыҙы. – Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Айырыуса йәш быуын яңылыҡҡа ынтыла. Күптәр төрлө ҡаршылыҡтарға, кәмһетеүҙәргә түҙеп йәшәгәнсе, айырылышыуҙы хуп күрә.
Динара Мофазалова билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә айырылышыу тураһында бер үк нисбәттә ғариза бирә. Кире күренештең төп сәбәптәре – финанс йәһәтенән ҡыйынлыҡтар менән осрашыу, хыянатты кисермәү, эскелектең ялҡытыуы.
Ҡыуанысҡа күрә, йәштәрҙән айырмалы, оло быуындың ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт итеүе, бер-береһенә тоғро булыуы һоҡландыра. Әйткәндәй, ошо йылдың тәүге яртыһында Бәләбәй ҡалаһы һәм районының ЗАГС бүлегендә 31 парҙы юбилейҙары менән ҡотлағандар, шуның бишәүһе гәүһәр туйын билдәләгән. Гражданлыҡ хәлдәрен теркәү идаралығында юбилей тантаналары уҙғарыу, өлгөлө ғаиләләргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу даими тормошҡа ашырыла. ЗАГС хеҙмәткәрҙәренең үҙ бурысына яуаплы ҡарауын, һәр ғаилә менән яҡшы мөғәмәлә итеүен дә әйтмәй булмай.
Матурлыҡ – туйҙа, уңғанлыҡ көн дә кәрәк, тибеҙ. Ысынлап та, туй тантанаһында бер-береһе өсөн өҙөлөп торған йәштәрҙе күреп шатланаһың, ә инде ошо парҙарҙың айырылышыуын ишетеп, борсолаһың. Йәштәр ныҡлы уйлап тормош ҡорһон ине, ғаиләләр тарҡалыуы арҡаһында күпме бала атайһыҙ, хатта әсәйһеҙ үҫә. Шуны онотмайыҡ, атай менән әсәйҙең айырылышыуын бала ауыр кисерә.
Светлана ШИРИНЯ
Бәләбәй районы.