

Башҡортостан командаһы 29-31 июлдә үткәрелгән Рәсәйҙең беренсе трансплант уйындарынан 20 миҙал алып ҡайтты. Уларҙың туғыҙы – алтын, 11-е – көмөш, алтыһы – бронза миҙал.
Органдар трансплантацияһын кисергән һәм диализдағы пациенттар араһындағы спорт сараһы Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү университеты спорт комплексында үтте. Башҡортостандан, Мари Иленән, Татарстандан, Санкт-Петербургтан, Мәскәүҙән һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан 70 кеше төрлө спорт сараһында үҙ көсөн һынаны. 18-ҙән 69-ға тиклем йәштәгеләр ҡатнашты. Реципиенттарҙың донор органдарын трансплантациялау ваҡыты өс айҙан 19 йылға тиклем ине.
Башҡортостандан һигеҙ кешенән торған команда ҡатнашты. Спортсыларҙың береһе – гемодиализда, берәүһенә бауыр күсерелгән, берәүһенә – йөрәк, бишәүһенә – бөйөр.
Ярыштар бер нисә дисциплина – йөҙөү (25 метр, 50 метр, 100 метр), бадминтон, дартс, футбол, шахмат, баскетбол, волейбол, йүгереү (100 метр, 1 миль), өҫтәл теннисы, скандинав атлауы буйынса ойошторолдо. Барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн дә өҫтәмә рәүештә йога, төнья (скандинав) атлауы һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
- Гемодиализдағы һәм органдары трансплантацияланған пациенттарҙың спорт менән шөғөлләнеүе йәшәү сифатын яҡшырта, операциянан һуң аяҡҡа баҫырға һәм физик, хис-тойғо йәһәтенән һәйбәт, - тип белдерҙе Башҡортостандың Нефро-лигаһы президенты Юрий Кандалов. Ул республика Хөкүмәтенә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Башҡортостандың Маҡсатлы программалар фондына командаға ярҙам иткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.