Социаль мәсьәлә
4 Август 2022, 10:45

Етем балаларҙы хәстәрләп

Фонд дауаханала ятҡан етем баланы ҡараған кешегә эш хаҡы түләй

Етем балаларҙы хәстәрләпЕтем балаларҙы хәстәрләп
Етем балаларҙы хәстәрләп

15 авгусҡа тиклем коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан өсөнсө махсус президент гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Конкурстың “граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау” йүнәлеше буйынса “Балаларыбыҙ” хәйриә фонды грантҡа ғариза бирә. Алынған аҡса “Дауахана балалары” программаһына ярашлы дауаханала ятҡан етем балаларҙы ҡараусыларға эш хаҡын түләргә мөмкинлек бирә.

2013 – 2022 йылдарҙа программаға республиканың 12 ҡала һәм районы ҡушылған. Урындағы дауаханаларға ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала эләкһә, мәғлүмәт фондҡа тапшырыла. Фонд был баланы хәстәрләүгә кеше йәлеп итә, уға аҡса түләй. Түләү шәхси иғәнәләр иҫәбенә башҡарыла. Ә 2007 – 2012 йылдарҙа проект ирекмәнлек башланғысында тормошҡа ашырыла ине.

Проект буйынса сығымдар бала ҡараусыларға эш хаҡы түләү менән генә сикләнмәй. Фондҡа шулай уҡ 12 муниципалитеттағы кураторҙарҙың эше һәм етем балаларға әйберләтә ярҙам складын ҡуртымға алыу өсөн дә түләргә кәрәк.

Программаны өҙлөкһөҙ тормошҡа ашырыу өсөн фонд иғәнәләргә даими мохтаж – был бала ҡараусыларға эш хаҡы түләүҙең берҙән-бер сығанағын тәшкил итә. Дауаханала яңғыҙ ятҡан бөтә балаларҙы ҡараусы менән тәьмин итеү өсөн йылына яҡынса алты миллион (айына 500-әр мең) һум талап ителә.

Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, хәҙер етемдәр учреждениеларына дәүләт дауаханаға ятҡан балаларын хәстәрләргә кеше тәғәйенләү бурысын йөкмәтә. “Балаларыбыҙ” фонды ошондай учреждениеларҙың партнеры булып тора һәм уларға был хеҙмәтте бушлай күрһәтә.

Әйткәндәй, “Балаларыбыҙ” фонды социаль селтәрҙә лә әүҙем эшләй, акциялар барышында үҙенең эше тураһында һөйләй, хәйриәселәрҙе һәм ирекмәндәрҙе йәлеп итә. Мәғлүм булыуынса, ул Президент грантын алты тапҡыр отто ла инде.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас