Социаль мәсьәлә
10 Август 2022, 07:00

Яҡшы кешеләр ҙә күп икән!

Тик  егет дауахананан һауығып сыҡҡас, ҡайҙа барырға ла белмәй аптырап ҡала. Ҡуртымға торлаҡ алырға  мөмкинлеге юҡ...

Яҡшы кешеләр ҙә  күп икән!Яҡшы кешеләр ҙә  күп икән!
Яҡшы кешеләр ҙә күп икән!

Өфө приюты хеҙмәткәрҙәре  37 йәшлек инвалид Рөстәм Ғәзизовҡа торлаҡ юллауҙа ярҙам күрһәткән, тип хәбәр итә “Молодежная газета”. Ҡыш аҙағында хәле насарланып ергә йығылған иргә үтеп барыусылар  ашығыс ярҙам саҡырта.  Дауаханала табиптар уның һаулығын тикшереп, дауалап аяҡҡа баҫтыра. Тик ул һауығып сыҡҡас, ҡайҙа барырға ла белмәй аптырап ҡала. Ҡуртымға торлаҡ алырға  хәҙер бөтөнләй  мөмкинлеге булмай. Таныштары хостелда биш көн  йәшәү өсөн  аҡса түләй. Аҙаҡ ул мосолмандар приютына эләгә.

Приют хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә икенсе төркөм инвалидлығын рәсмиләштерергә, торлаҡ алыу буйынса судҡа ғариза яҙырға ярҙам итә. “Мин тыуып үҫкән Архангел районының опека бүлеге торлаҡҡа сиратҡа ҡуйырға тейеш булһа ла, уны эшләмәне. Етем булараҡ, дәүләттән тейешле ярҙамды ваҡытында ала алманым”, – ти егет. Оҙаҡламай  ул судта хоҡуҡтарын яҡлау өсөн ҡатнашасаҡ. Әле дауаханала ҡаты ауырығандарҙы тәрбиәләргә  ярҙамлаша. Рөстәм донъяла яҡшы кешеләр күплегенә инанған инде, үҙе лә мохтаждарға булышлыҡ итеүҙән ҡәнәғәтлек кисерә.

Фото: “Молодежная газета”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас