Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Август 2022, 21:00

Йәш әсә сабыйын да ҡарарға, эшләргә лә теләһә...

Бәләкәй балаһын ҡарау буйынса отпускыһын эше менән берләштерергә теләгән йәш әсәләргә түбәндәгеләрҙе белеү зыян итмәҫ

Йәш әсә сабыйын да ҡарарға, эшләргә лә теләһә...
Йәш әсә сабыйын да ҡарарға, эшләргә лә теләһә...

Бәләкәй балаһын ҡарау буйынса отпускыһын эше менән берләштерергә теләгән йәш әсәләргә түбәндәгеләрҙе белеү зыян итмәҫ.

  1. Бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие сабыйҙы 1,5 йәше тулғанса ҡараған һәм ошоға бәйле отпускыла булған страховкаланған кешеләргә (әсәгә, атайға йәки башҡа туғандарға, баланың опекундарына) түләнә.
  2. Бала ҡарау буйынса отпускыла булғанда теләгеңә ҡарап тулы булмаған көн йәки өйҙә эшләргә мөмкин. Был осраҡта баланы ҡараған туғанға йәки опекунға бер үк ваҡытта бала тәрбиәләү буйынса пособие ла, эш хаҡы ла түләнеүе мөмкин.
  3. Тулы булмаған эш көнөнә сығыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә эш биреүсе менән эш сменаһының оҙайлылығын, аҙнаһына эш көндәре һанын килешеү шарт.
  4. Йәш әсә командировканан, эш сәғәте тамамланғас, ҡалып йәки төндә, ял һәм байрам көндәрендә эшләүҙән баш тартырға хоҡуҡлы.
  5. Бала ҡарау буйынса отпускыны тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, отпускыға китергә, һуңынан уны туҡтатып, тулы көнгә эшкә сығырға, бер аҙҙан йәнә бала ҡарау буйынса отпускыны алырға мөмкин. Тимәк, отпускыны күпме теләйһең, шул тиклем бүлеп алырға була.

Мәшғүллеккә бәйле һорауҙар менән Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Оло граждандар урамы, 24.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 277-87-18.

“Ҡыҙыу элемтә” телефоны: 8 (347) 277-87-02 (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем)

Тг-канал https://t.me/trudRB

e-mail: [email protected].

онлайнинспекция.рф

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: