Социаль мәсьәлә
12 Август 2022, 17:30

Асҡындар өй туйлай

Асҡында авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүсе 45 кеше яңы фатир асҡыстарын ҡулға алды.

Асҡындар өй туйлайАсҡындар өй туйлай
Асҡындар өй туйлай

Асҡында авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүсе 45 кеше яңы фатир асҡыстарын ҡулға алды. Былар граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса 2019-2023 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программаның  алтынсы этабы буйынса ваҡытынан алда төҙөлгән беренсе йорттар. Программа “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.    2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип табылған  күп фатирлы биш йортта йәшәүселәр яңы фатирлы булды.

Асҡындарҙы шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, республиканың Авария хәлендәге торлаҡ фондын күҙәтеү үҙәге  директоры Виталий Гайдук  былай тип белдерҙе: ”Ғаиләләрҙе бәхетле ваҡиға менән ҡотлайым. Бөгөн һеҙ алған матур, иркен фатирҙар шатлыҡҡа, уйын-көлкөгә тулһын.  Оҙаҡламай Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәшәүсе 74 кеше ошондай шатлыҡ тойғоһо кисерәсәк. Әле Адреслы программа буйынса 13 йорт төҙөлә”.

 Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов фатир алыусыларҙы ҡотлап, яңы йорттарҙың  үҫешеүсе биҫтәлә урынлашыуын билдәләне. Яңы фатир хужалары торлаҡ проблемаһын хәл итеүҙә ярҙам иткән республика етәкселегенә, район хакимиәтенә, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына рәхмәт белдерҙе.

 Асҡындағы авария хәлендәге күп фатирлы  ағас йорттар  үткән быуаттың илленсе йылдарында төҙөлгән. Нигеҙҙәре серегән, уңайлыҡтары булмаған, газһыҙ өйҙә йәшәгән халыҡ хәҙер йәшәү өсөн бөтә шарттар булған фатирҙарҙа йәшәйәсәк. Объектты төҙөүсе “УралУниверсалСтрой” йәмғиәте 627 квадрат метр майҙандағы яңы фатирҙарҙы ваҡытынан алда тапшырҙы.

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас