

Луганск Халыҡ Республикаһынан Өфөгә күсеп килгән ғаиләлә сабый тыуҙы. Шатлыҡлы хәбәр менән Калинин районы хакимиәте уртаҡлашты, тап ошо районда “Речные зори” профилакторийында ваҡытлыса йәшәү пункты урынлашҡан.
Сабыйҙың әсәһе Анна Цилькер улдарына ниндәй исем ҡушасаҡтарын белдерҙе: Тимур! Ата-әсәне һөйөнөстәре менән ҡотларға Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин үҙе килде, сабый өсөн бик кәрәкле әйберҙәр тупланған бүләк тапшырҙы.
– Беҙ улыбыҙға өфөләрсә Тимур исемен ҡушырға булдыҡ. Уның “ныҡ”, “көслө” тигәнде аңлатҡанын беләбеҙ, бик оҡшаны был исем, – ти Анна.
– Балалар тыуыуы һәр саҡ шатлыҡ ҡына ул, һеҙгә бәхет теләйбеҙ, - тине Михаил Замурагин.
Фото: Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте.