Социаль мәсьәлә
15 Август 2022, 15:20

Круизда ҡатнашыусылар араһында Ғәзиз дә бар

"Был ябай булмаған тормош хәленә ҡалған кешенең күпте еңеп сығыуы, уңышҡа ҡаҙаныуы тураһында һөйләй, - тип белдерҙе республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Круизда ҡатнашыусылар араһында Ғәзиз дә барКруизда ҡатнашыусылар араһында Ғәзиз дә бар
Круизда ҡатнашыусылар араһында Ғәзиз дә бар

31 июлдән 12 авгусҡа тиклем “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһындағы конкурстарҙа һәм проекттарҙа ҡатнашыусылар “Сәйәхәт кенә түгел” программаһы буйынса 12 көнлөк теплоходтағы круизға сыҡты.

“Мөмкинлектәр теплоходы”ның өсөнсө сменаһында “Абилимпикс” конкурстары еңеүселәре ҡатнаша. Йылға круизындағылар араһында терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланған уҡыусылар өсөн 13-сө Өфө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыһы Ғәзиз Яҡупов та бар.

- Бөгөн “Абилимпикс” инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионат Башҡортостанда ҙур хәрәкәткә әүерелде. Беҙ һәр ҡатнашыусы менән ғорурланабыҙ. “Рәсәй – мөмкинлектр иле” президент платформаһының “Мөмкинлектәр теплоходы” проектында еңеүселәрҙең ҡатнашыуы – еңеүгә ынтылыуҙың шәп миҫалы. Был ябай булмаған тормош хәленә ҡалған кешенең күпте еңеп сығыуы, уңышҡа ҡаҙаныуы тураһында һөйләй, - тип белдерҙе республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Волга буйынса үткәрелгән круиз 11 ҡаланы үҙ эсенә ала: Мәскәү – Углич – Ярославль – Кострома — Түбәнге Новгород – Чебоксар – Ульяновск – Һамар – Һарытау – Волгоград – Әстерхан.

Ғәзиз Яҡупов – V “Абилимпикс” милли чемпионатының “CAD/САПР” инженер дизайны" һәм VI милли чемпионаттың “Виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡты уйлап сығарыусы” компетенцияларында еңеүсе.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас