Социаль мәсьәлә
16 Август 2022, 12:39

Аҡтан ғына маҡсаттары

“Ағинәй” – “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектында.

“Ағинәй” берекмәһенең төп маҡсаты – йәмғиәттәге әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, йолаларҙы һаҡлау, Башҡортостан халыҡтарының тарихи үткәнен: фольклорҙы, мәҙәниәтте өйрәнеү, йәш быуынды рухи-әхлаҡи йәһәттән үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

 

Ағинәйҙәр “йәшәрә”

 

Мәсетле районында тәүге берекмәләр 10 йыл элек Ләмәҙтамаҡ ауыл Советының Һөләймән ауылында ойошторола. Бай тәжрибәле өләсәйҙәрҙең тормош һа­баҡтарын һуңыраҡ башҡа ауылдарға ла тарата башлайҙар. Әгәр әүәлерәк бындай берекмәләргә башлыса өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар (60-70 йәштәгеләр) инһә, хәҙер иһә йәшерәктәр ҙә ағинәй булырға теләк белдерә.

Ағинәйҙәр әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара, республикала уҙғарылған барлыҡ конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнаша, төньяҡ-көнсығыш райондарҙағы башҡорттарҙың милли кейемен тергеҙеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, район һәм фольклор байрамдарынан ситтә ҡалмай.

– Башта ағинәйҙыр аҡ яулыҡ ябына торғайны, ә һуңыраҡ, башҡа ауылдарҙа ла ошондай берләшмәләр барлыҡҡа килгәс, районда йәшәүселәрҙең милли кейемдәрен тергеҙергә булдыҡ. Кейем өлгөләре музейҙарҙа ғына ҡалғанға күрә китаптарға күҙ һалып, һәр деталде ентекләп өйрәнә башланыҡ. Байрамдарҙан һәм башҡа ошондай сараларҙан тыш, көндәлек тормошта ла милли кейем кейәбеҙ. Бына был күлдәккә 100 йылдан ашыу. Ул районда ҡалған берҙән-бер ҡомартҡы-күлдәк тиергә лә мөмкин. Туҡымаһы, әлбиттә, иҫкергән, – ти Мәсетле районының төп ағинәйе Нәзирә Әхкәмова.

– Милли коллектив артистары сығыш яһаған сағыу милли кейемдәр халыҡтың традицион кейеме образын тулыһынса сағылдырмай. Ата-бабаларыбыҙҙың кейеме тәбиғи туҡыманан тегелгән, эш өсөн бик уңайлы булған, йөклө ҡатындарҙың күлдәге киң итеп беселгән, сабыйын имеҙгән әсәләрҙең күлдәгенең түшендә уйым ҡалдырылған, төймә менән эләктереп ҡуйғандар. Күлдәктең еңендә лә, итәгендә лә әберкәләр булмаған. Әйткәндәй, үҙемә милли күлдәкте өс тапҡыр һүтеп, яңынан тегергә тура килде, сөнки әллә күпме хата ебәргәйнем, – тине Һөләймән ауылының өлкән ағинәйе Фәйрүзә Дүсмөхәмәтова.

– Эйе, эшкә балалар, ейәндәр ҡушылды, бөтә интернетты байҡап сыҡтылар, һандыҡтарҙың аҫтын-өҫкә килтерҙеләр. Ике француз яулығы таптыҡ. Күлдәк буйынса ла аптыратырлыҡ нәмәләр бар ине. Мәҫәлән, төймәләре күлдәктең артында түгел, алдында ине, туҡымаһы  – йоҡа ғына сатин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ундайҙы сығармайҙар, – тип һүҙгә ҡушылды Әбдрәхим ауылының өлкән ағинәйе Сажиҙә Фәйзрахманова.

Әлбиттә, бындай кейемдәрҙә мәр­тәбәле ҡатын-ҡыҙҙар бөтөнләй икенсе булып күҙ алдына баҫа. Уларҙың кейе­мендә ҡасандыр ҡиммәтен юғалтҡан ҡайһы бер нәмәләрҙең әһәмиәте сағыла. Бөгөн тап милли кейем беҙгә ырыуыбыҙ һәм ата-бабаларыбыҙ менән бәйләнештең ни тиклем мөһим булыуы һәм уны юғалтыуҙың нимәгә килтереүе хаҡында һөйләйҙер, моғайын. Тап милли кейем ҡан-ҡәрҙәштәр менән бәйләнеште һаҡларға ярҙам итә лә инде. Аҡһаҡалдар әйтеүенсә, ул хәҙерге заман кешеһенең көндәлек тормошона һәм уның йәшәйештәге уңышына йоғонто яһай. Шуға күрә Мәсетле районында был бәйләнеште һаҡлап ҡалыуға ҙур тырышлыҡ һалына.

“Иғтибар” кемгә оҡшаһын?

 

“Беҙ хәмер эсмәйбеҙ һәм һеҙгә лә кәңәш итмәйбеҙ”, – ти ағинәйҙәр. Ни тиһәң дә, милли күлдәктәр, ул иң элек кейем, һәм һәр ҡатын-ҡыҙ, йәшенә ҡарамаҫтан, бөхтәлеккә, тышҡы ҡиәфәтенең күркәм булыуына ынтыла. Әммә бындай күлдәкте кейеп, көҙгө алдында өйрөлөп-сөйрөлөүҙән, ауыл урамынан ҡупшыланып үтеүҙән тыш, башҡа эштәр ҙә бар бит әле! Райондың һәр ауылындағы ағинәйҙәр әүҙем эшкә тотондо: йома кис ултырыуҙар ойошторҙо, унда әхлаҡһыҙ йәш ҡатындарҙы саҡырҙы, әңгәмә ҡорҙо, ярҙам тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә күп кенә ауылдарҙа эскесе ҡатын-ҡыҙҙар ҡалманы. Әммә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү еңелдән булманы. Ауылдың өлкән ҡатын-ҡыҙҙары иртәнән кискә тиклем кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан гүзәл заттар эргәһенә көн дә барып, уларҙы эшкә урынлашырға, өйөн, балаларын хәстәрләргә, баҡсаларын тәртипкә килтерергә өгөтләй ине. Бындай “иғтибар” кемгә оҡшаһын? Шуға күрә тәүге осорҙа ағинәйҙәрҙе күптәр бигүк өнәп етмәне.

Районда элек эскесе ҡатын-ҡыҙҙарҙың байтаҡ булыуын йәшермәйҙәр. Өйөнә ҡайтып етә алмай, иҫереп ерҙә аунап ятҡан, тамағы ярылырҙай булып йыр һуҙғандар ҙа осраған. Хәҙер иһә ундайҙар юҡ.

– Күптәр эскелек һаҙлығынан бөтөнләй ҡотолдо, тип әйтеп булмай, – ти Фәйрүзә Миңләхмәт ҡыҙы, – байрамдарҙа, өй туйлағанда, балалары өйләнешкәндә мәжлес ҡоралар, әлбиттә, әммә көндәр, аҙналар, айҙар буйы эскән кешеләр юҡ. Әйткәндәй, ҡасандыр эскән кешеләр коронавирус эпидемияһы осоронда тәүгеләрҙән булып яҡты донъя менән хушлашты. Күрәһең, уларҙың иммун системаһы ҡаҡшаған булғандыр.

Ҡатындары артынан көслө заттар ҙа аҡылға ултырҙы. Хәҙер барыһы ла “Айыҡ ауыл” һәм “Матур ауыл” сараларында әүҙем ҡатнаша. “Мин әйләнеп ҡайтмайым” документаль фильмын күрһәтеү ҙә күптәргә ҡәтғи ҡарарға килергә ярҙам иткәндер, моғайын. Уны өлкәндәргә генә күрһәттеләр һәм сеанстан һуң фекер алыштылар. Илебеҙ кинодокументалиста­рының эше барыһында ла көслө тәьҫо­раттар ҡалдырҙы. Етмәһә, фильмдың ҙур өлөшө эскесе ата-әсәнән балаға күскән генетик ауырыуҙарға арналған. Был картина район ҡатын-ҡыҙҙар советының эш проектына индерелде. Психолог, нарколог, йәштәр үҙәге хеҙмәткәре ингән агитбригада бөтә ауылдарҙы йөрөп сыҡты, ата-әсәләр йыйылышында сығыш яһаны, эскелектең зыяны тураһында һөйләне. Әйткәндәй, әле иһә ағинәйҙәр әүҙем булған ауылдарҙа бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торғандар юҡ.

Бөгөн Мәсетле районында “Ағинәй” йәмәғәт ойошмалары ете ауылда төҙөл­гән. Улар 19 биләмәлә эш алып бара. Ойошмаларға бөтәһе 116 кеше йәлеп ителгән. Улар үҙенең эшмәкәрлеген республикалағы “Ағинәй” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль, рухи үҫеше төбәк йәмәғәт ойошмаһы тураһындағы положениеға таянып тормошҡа ашыра. Берекмәгә ингәндә ҡатын-ҡыҙҙың билдәле бер биләмәнең ағинәйе булыуы тураһында таныҡлыҡ тапшырыла.

 

Улар бауырһаҡтар кеүек...

 

Мәсетле ағинәйҙәре Балаҡатай һәм Дыуан райондарындағы коллегалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Яуыш, Әбдрәхим, Һөләймән, Тайыш ауылдары ағинәйҙәре мәктәптәргә барып, балаларға милли кейем тураһында һөйләй, тәнәфестәрҙә онотолған халыҡ уйындарын ойоштора.

Шулай уҡ улар йола байрамдарын үткәрә. “Бауырһаҡ”, “Шәжәрәңде беләһең­ме?”, “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға”, “Икмәк – бөтәһенә лә баш”, “Өләсәйем һандығы”, “Милли кейем парады”, “Урамдар байрамы”, “Сәскә байрамы”, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” байрамдары юғары кимәлдә үткәрелә.

Бында һабантуйҙа ла ҡатнашырға яраталар, Мәсетле ағинәйҙәренең тирмәләре призлы урындарҙы даими яулай, һәм был, әлбиттә, бөтә коллективтың, ҡатын-ҡыҙҙар советының, бөтә мәсетлеләрҙең хеҙмәт емеше. Бүләккә тапшырылған аҡсаға йәмәғәт эше һәм саралар өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алына.

Ауыл мәҙәниәт йорттары ҡарамағында өләсәйҙәрҙән торған фольклор коллективтары ойошторолған. Яңы Мишәр мәҙәниәт йортоноң “Ҡомартҡы” тамбурлы сигеү һәм Яңы Яуыш ауыл мәҙәниәт йортоның “Үрнәк” биҙәү-ҡулланма сәнғәте коллективтары “халыҡ коллективы” исеменә лайыҡ булды. Әбдрәхим ауылы ағинәйҙәре Әй йылғаһы буйын таҙартыу буйынса экологик өмәләрҙе даими ойоштора.

– Беҙ бауырһаҡтар кеүек. Һәр бер бауырһаҡты башҡалары менән һыуҙа саҡ ҡына иретелгән бал нығыта. Бал булмаһа, бауырһаҡты тау йәки уба кеүек өйөп ҡуйыу мөмкин түгел, – ти Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы.  – Шуға күрә йыллыҡ план төҙөп, бер-беребеҙгә таянып, килешеп эшләйбеҙ. Планға рухи-әхлаҡи, хәрби-ватансылыҡ, физкультура, социаль-сәйәси, күмәк мәҙәни йүнәлештәр буйынса сараларҙы индерәбеҙ. Уҙғарылған барлыҡ сараларҙа ла йәштәр һәм балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнаша. Әүҙем, ижади, изге күңелле һәм ярҙамсыл йәштәргә бай мираҫ ҡалдыра алыуыбыҙға шатбыҙ. Улар беҙҙең изге йолаларыбыҙҙы дауам итер.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас