Социаль мәсьәлә
16 Август 2022, 12:40

Бушлай сәйәхәт итергә теләһәгеҙ...

pensioner rb.rupensioner rb.ru
Фото:pensioner rb.ru

-Быйыл “Башҡор­тос­танда оҙон ғүмер” проекты буйынса республикабыҙҙағы 10 мең пенсионер бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлегенә эйә.

Программала ҡатнашыу өсөн  сайтында теркәлергә һәм турға яҙылырға кәрәк. Ғаризалар шулай уҡ район һәм ҡала хаки­миәт­тәрендә ҡабул ителә. Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр итеү­ҙәренсә, проектҡа ярашлы, трансфер, страховка, эсәр һыу, иҫтәлекле урындар буйлап экскурсиялар, медицина һәм социаль белгестәрҙең ярҙамы түләнә.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортос­тан Башлығы Радий Хәбиров күптән түгел өлкән быуын һәм мөмкин­лектәре сикләнгән кешеләр өсөн туризм мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһын фи­нанс­лауҙы артты­рырға ҡушҡайны.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас