Социаль мәсьәлә
16 Август 2022, 10:00

“Герой әсә” исеме булдырылды

Ун һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләргә  аҡсалата дәртләндереү сараһы ла  ҡаралған...     

“Герой әсә” исеме булдырылды“Герой әсә” исеме булдырылды
“Герой әсә” исеме булдырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә “Герой әсә” исемен булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.  Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, ун һәм унан артығыраҡ бала тапҡан һәм тәрбиәләгән Рәсәй  граждандарына бер миллион һум күләмендә аҡсалата дәртләндереү сараһы ҡаралған. Бынан тыш, “Ата-әсә даны” ордены миҙалы менән наградлағанда ата-әсәнең  йәки уллыҡҡа алыусыларҙың береһенә 200 мең һум күләмендә аҡса биреләсәк.

 

Фото: aif.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас