Социаль мәсьәлә
16 Август 2022, 13:30

Ике йыл эсендә ниндәй күрһәткестәргә өлгәшелгән?

"Уйлап бала тап" проекты республиканың барлыҡ райондарында тормошҡа ашырылды

Ике йыл эсендә ниндәй күрһәткестәргә өлгәшелгән?Ике йыл эсендә ниндәй күрһәткестәргә өлгәшелгән?
Ике йыл эсендә ниндәй күрһәткестәргә өлгәшелгән?

2020 йылда “Башҡортостан Республикаһы әсәләре” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы “Бала тап” проектын тормошҡа ашыра башлағайны. Бының өсөн республикалағы аборттар күберәк эшләнгән 10 биләмә ошондай хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында һайлап алынған. Былтыр киләһе “Уйлап бала тап” проекты республиканың барлыҡ райондарында старт алды. Ике проект та Башҡортостан Республикаһы Башлығының грантын яулаған.

Проект йәштәрҙә ғаилә ҡороуға, бала табыуҙы планлаштырыуға яуаплылыҡ, психологик, социаль ярҙам һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә был сараларға 17 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән, урындарға сығып халыҡ менән эш алып барылған, ZOOM-конференциялар үткәрелгән, республиканың 10 әйҙәүсе белгесе – гинеколог, психолог, социаль ойошмалар, страховка компаниялары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Ошо һәм башҡалар хаҡында бөгөн Башҡортостан Йәмәғәтселек палатаһында үткәрелгән “Ғаиләне һәм баланы планлаштырыу. “Уйлап бала тап” проектына һығымталар яһау” темаһын “түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүендә “Башҡортостан Республикаһы әсәләре” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының күҙәтеү советы рәйесе, “Рәсәй әсәләре” ойошмаһы үҙәк президиумы ағзаһы Диана Фәрәхова һөйләне.

- Проект тормошҡа ашырылған ваҡытта республикала аборт буйынса күрһәткестәр һиҙелерлек кәмене. Был – бик мөһим. Әлбиттә, ошо юҫыҡтағы эш ижтимағи ойошмалар ғына түгел, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә алып барылды, - тип белдерҙе Диана Таһир ҡыҙы.

Сарала шулай уҡ республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин һәм башҡалар ҡатнашты.

Ошо уҡ көндө “Уйлап бала тап” проектын әүҙем тормошҡа ашырғандарға рәхмәт хаттары тапшырылды.

Автор фотолары.

Ике йыл эсендә ниндәй күрһәткестәргә өлгәшелгән?
Ике йыл эсендә ниндәй күрһәткестәргә өлгәшелгән?
Ике йыл эсендә ниндәй күрһәткестәргә өлгәшелгән?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас