Социаль мәсьәлә
16 Август 2022, 14:45

Һәр кемгә уңайлы булырға тейеш

“Уңайлы мөхит” программаһын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде

Һәр кемгә уңайлы булырға тейешҺәр кемгә уңайлы булырға тейеш
Һәр кемгә уңайлы булырға тейеш

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында “Уңайлы мөхит” программаһын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев транспортта һәм йәмәғәт урындарында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу буйынса саралар тураһында һөйләне.

– 2021 йылда республиканың транспорт маршруттарына һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн ҡулайлаштырылған 220 яңы ҙур һәм урта класлы автобус сыҡты. “Башавтотранс” автопаркының яртыһынан күберәге – 910 ярым тәпәш иҙәнле автобус – ошо талаптарға яуап бирә, – тине вице-премьер. – Уларҙа күтәреп ҡуйыла торған механик аппарель, водителде саҡырыу төймәһе һәм кресло-коляскалар ҡуйыу өсөн уны беркетеү системаһы менән майҙансыҡ бар. Автобустар өҫтәмә рәүештә насар ишеткән һәм насар күргән пассажирҙар өсөн тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары менән йыһазландырыла.

Шулай уҡ инвалидтар өсөн автовокзалдар, аэропорт һәм тимер юл транспорты уңайлы була башланы. Был, атап әйткәндә, 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында тимер юл хеҙмәттәре менән файҙаланған аҙ хәрәкәт иткән пассажирҙар һанын 12 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирҙе.

Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырғанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн кәрәк булғанда пандустар ҡуйыла.

– 2020 йылдан уларҙы 22 йортта монтажланылар. Быйыл дүрт пандус ҡуйырбыҙ – Дүртөйлөлә, Туймазыла, Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ һәм Хәйбулла районының Аҡъяр ауылдарында, – тине Алан Марзаев. – Бынан тыш, йөрөй торған юлдар һәм балалар майҙансыҡтары алдындағы тротуарҙарға тактиль плитка һалабыҙ, махсус юл хәрәкәте билдәләре ҡуябыҙ.

Башҡортостан Башлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына сентябрҙә Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышын үткәрергә ҡушты.

– Йыйылған мәсьәләләрҙе тикшерербеҙ. Дөйөм алғанда аҙ мобилле граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырыу дауам итә, әммә кәрәкле күләмдә түгел. Был эштең темптарын арттыра барасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас