

Яңы уҡыу йылы алдынан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ата-әсәләргә түбәндәге мәғлүмәттәр тураһында хәтерҙәренә төшөрә: ташламаларҙан ҡулланыу өсөн ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән булыуын дәлилләгән белешмә артынан Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенә һәм Күп функциялы үҙәк бүлексәләренә мөрәжәғәт итеү мотлаҡ түгел. Уҡыу йорттары web-сервис нигеҙендә махсус рәүештә булдырылған шәхси кабинет аша был мәғлүмәтте үҙ аллы һорай ала (дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыусыларға социаль ярҙам сараларын күрһәтеү буйынса мәғлүмәт бәйләнеше тураһындағы килешеү сиктәрендә).
Социаль ярҙам саралары күрһәтеүҙә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса ентекле консультацияны 8 (347) 200-80-80 күп каналлы телефоны буйынса алырға мөмкин (эш көндәрендә 8:30-17:30-ға тиклем, йома көнө 8:30-ҙан 17 сәғәткә тиклем).
Шулай уҡ Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең рәсми сайтында ла документтарға (белешмәләр) заказ яһарға мөмкин.
Ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән категорияға ҡарауын раҫлаған белешмә түбәндәге хоҡуҡтарҙы ҡулланыу өсөн бирелә:
фото: Башинформ.