Социаль мәсьәлә
19 Август 2022, 16:20

"Был – рекорд!"

Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге яңы яҙмаһы торлаҡ төҙөлөшөнә ҡағыла.

"Был – рекорд!""Был – рекорд!"
"Был – рекорд!"

Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге яңы яҙмаһынан: "Был рекорд! 2021 йылда республикала 2,9 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса беҙ Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә етенсе булдыҡ.

2022 йылдың тәүге ярты йыллығында республикала 1,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән дә инде. Бындай күрһәткестәр – республикала төҙөлөш тармағының үҫешеүенә һәм беҙҙең алға барыуға ишара.

Был яҙма Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин менән тура эфирҙың дауамы булып тора. Уны ошонда ҡарарға мөмкин: https://vk.com/wall-201146046_44011

Республикала нимәләр төҙөлгәнен карточкаларҙан ҡарағыҙ".

Сығанаҡ: vk.com/tsur_bashkortostan

"Был – рекорд!"
"Был – рекорд!"
"Был – рекорд!"
"Был – рекорд!"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас