

Ысын мөхәббәт алтын кеүек: бер ваҡытта ла төҫһөҙләнмәй, йылдар үткән һайын ҡиммәтләнә генә бара. Ярты быуат буйына бергә йәшәп, шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡлашып донъя көткән кешеләр бер-береһенә ышанысты аҡлаған, тоғролоҡто һаҡлаған. Шундай матур парҙарҙың береһе Нуриман районында йәшәй.
Райондың ЗАГС бүлегендә ярты быуат бергә йәшәгән Наилә һәм Әмир Ғабдуллиндарҙы тантаналы шарттарҙа юбилей менән ҡотланылар. Бәхетле юбилярҙар залға Мендельсон маршы аҫтында ингәс, балалары, ейәндәре, ҡунаҡтар уларҙы ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алды.
Әмир Ғиндулла улы ғүмер буйы К. Маркс исемендәге колхозда водитель булып хеҙмәт итә, ә Наилә Шәмсимөхәмәт ҡыҙы техникум тамамлағас, тыуған ауылына ҡайтып, магазинда эшләй. Хәҙер өлкәндәр икеһе лә хаҡлы ялда. Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән наградланғандар.
Ғабдуллиндар берҙәм, татыу ғаилә ҡороп, лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергән. Ейәндәр үҫә. Юбилярҙарға Башҡортостан Башлығы исеменән иҫтәлекле бүләк һәм ҡотлау адресы тапшырылды. Шулай уҡ Байгилде ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы исеменән эштәр идарасыһы Гөлнара Рәшит ҡыҙы ололарға музыкаль бүләк әҙерләгән. Бәхетле парҙарҙың йәш саҡтағылай вальс әйләнеүе барыһы өсөн тулҡынландырғыс мәл булып иҫтә ҡаласаҡ.
Фото: БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.