

Людмила һәм Вадим Закировтар ғаиләһе өсөн август айы бәхетле булды – уларҙың көтөп алған ике ҡыҙы яҡты донъяға килде, өйҙә шатлыҡ менән бергә күңелле мәшәҡәттәр артты.
– Беҙ игеҙәктәрҙең донъяға килерен көтмәгәйнек тә, икенсе тапҡыр ультратауыш тикшереүе үткәндә ҡыҙҙарыбыҙ тыуасағын белдек. Исемдәрҙе оҙаҡ эҙләнек, бөтә туған-тыумаса ҡатнашты, шулай ҙа минең тәҡдим еңде! – ти ҡәнәғәтлек менән Вадим.
Ә өйҙә Аврораны һәм Флорида һеңлекәштәрен өс йәшлек Линара апалары һәм ике йәшлек кенә Замир ағалары ҡаршы алды. Күп балалы ғаиләнең һөйөнөстәрен уртаҡлашып, уларға сәләмәтлек, бәхет, именлек теләйбеҙ! Сибай ҡалаһының ЗАГС хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙарға иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.