

Өфө ҡалаһының Калинин районы ЗАГС-ына сабыйҙарын теркәтеү өсөн бер көндә 20 кеше мөрәжәғәт иткән. Был юлы килеүселәр араһында игеҙәктәргә атай-әсәй булған ике ғаилә лә бар.
Кристина Сергеевна һәм Рузалин Наил улы Ямғуровтарҙың Эмир исемле улдары һәм Эмира исемле ҡыҙҙары донъяға килгән. Улар - ғаиләлә тәүге сабыйҙар. Ә Кристина Сергеевна һәм Виталий Геннадьевич Никитиндарҙың игеҙәктәре ғаиләлә өсөнсө һәм дүртенсе бала икән.
Шуныһы ҡыҙыҡ, игеҙәк балалар тапҡан әсәләрҙең икеһе лә Кристина Сергеевна булып сыҡты. Балалар тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең барыһына ла бәхет, ғаиләләренә именлек, сабыйҙарға һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.