Социаль мәсьәлә
24 Август 2022, 09:30

Һорау алыуҙа ҡатнашыуҙан тартынмағыҙ

Шуны ла билдәләргә кәрәк, аҙна дауамында бер сәғәт кенә эшләгән кеше лә “мәшғүл” категорияһына ҡарай.

Һорау алыуҙа ҡатнашыуҙан тартынмағыҙҺорау алыуҙа ҡатнашыуҙан тартынмағыҙ
Һорау алыуҙа ҡатнашыуҙан тартынмағыҙ

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 1 авгусҡа ҡарата алынған мәғлүмәттәр хеҙмәт баҙарының төп күрһәткестәре буйынса ыңғай динамика күҙәтелеүен күрһәткән. Эшһеҙҙәрҙең дөйөм һаны 83,2 меңдән 77,8 меңгә тиклем кәмегән, эшһеҙлек кимәле 4,3 проценттан 4,1 процентҡа тиклем түбәнәйгән. Күрһәткестәр статистика органдары тарафынан Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса иҫәпләнгән.

– Республиканың төрлө ҡала һәм райондарында эшсе көсөн ай һайын һайлау юлы менән алынған мәғлүмәттәр файҙаланылды. Тикшереү һорау алыу юлы менән 15 йәшлектәр һәм унан өлкәнерәктәр араһында үткәрелә. Өфөлә халыҡтан һәр тикшереүҙә һорау алына, башҡа ҡалаларҙа йылына ике-өс тапҡыр ғына. Ай һайын һорау алыуҙа ике меңгә яҡын кеше ҡатнаша, – ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Тикшереү һөҙөмтәһендә һорау алыуҙа ҡатнашыусы “мәшғүл”, ”эшһеҙ”,  “иҡтисади яҡтан әүҙем түгел” булараҡ билдәләнә.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, аҙна дауамында бер сәғәт кенә эшләгән кеше лә “мәшғүл” категорияһына ҡарай. Тик респонденттарҙың, рәсми булмаған эш хаҡы тураһында хәбәр итеүҙән ҡурҡыуы йәиһә һорауҙы аңлап еткермәүҙәре  арҡаһында дөрөҫ яуап бирмәүҙәре ихтимал. Министрҙың әйтеүенсә, мәғлүмәттәр ViPNet яҡлаулы селтәр аша ебәрелә, бары статистик анализ өсөн ҡулланыла. “Шуға күрә республика халҡынан һорау алыу үткәргәндә хәүефләнмәй яуап биреүҙәрен үтенәбеҙ”, – тине министр.

Интеграцияланған макрокүрһәткес биләмәләге социаль-иҡтисади хәлде һүрәтләй. Ул Рәсәй һәм башҡа ил халыҡтарының тормош кимәлен сағыштырмаса анализлау өсөн файҙаланыла.

Фото:https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=57045


Автор:Дина Арсланова
Читайте нас