

56 коммерцияға ҡарамаған ойошма Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы гранттары фонды конкурс комиссияһы гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫешендә ҡатнашҡан, социаль йәһәттән әһәмиәтле объекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн икенсе грант конкурсы еңеүселәре исемлеген раҫланы. Уға республиканың 56 ойошмаһы ингән.
Еңгән проекттар араһында түбәнге йүнәлештәр популяр булған:
Фән, белем биреү һәм мәғариф – 12 проект;
Айырым граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм һаҡлау – 12 проект;
Мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи иҫтәлекте һаҡлау – 11 проект.
Һәр проект үҙенсәлекле һәм көнүҙәк социаль проблемаларҙы хәл итә. Мәҫәлән, Башҡортостандың Яңауыл районы буйынса урындағы бүлексәнең 5 – 8 кластар уҡыусылары “Буласаҡ эшҡыуарҙар өсөн финанс грамоталылығы” программаһы буйынса уҡыу үтә, хеҙмәткәр һәм эшҡыуарлыҡты ойоштороусы булараҡ та үҙен һынап ҡарай ала. “Социум+” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының өлкән йәштәгеләр өсөн “Әүҙем йәш” үҙәгенең 60 йәштән оло граждандары эшҡыуарлыҡ, спорт-туристик һәм башҡа эшмәкәрлеккә йәлеп ителәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
“Бөгөн Конкурс комиссияһы ағзалары булараҡ социаль һөҙөмтә, һәр проекттың һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Хәҙер грант конкурстарында ҡатнашҡан ойошмаларға социаль һөҙөмтә алырға, социаль үҙгәрешкә өлгәшергә өйрәтәбеҙ”, - тип белдерҙе Фондтың конкурс комиссияһы рәйесе Ольга Панчихина.
https://грантыглавы102.рф/ сайтындағы “Документтар” бүлегендә конкурстағы тулы еңеүселәр исемлеге менән танышырға була.
Фото: Фото: pravitelstvorb.ru.ru