

Башҡортостанда “Барыһы ла еңеү өсөн!” халыҡ фронты проекты сиктәрендә Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларының тыныс халҡына һәм һаҡсыларға гуманитар ярҙам йыйыу туҡталмай. Ошо көндәрҙә Донбасҡа бронежилеттар, рациялар, аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм мәктәп уҡыусылары өсөн канцеляр тауарҙар оҙатылды.
Запастағы офицерҙар Борис Евстафьев һәм Марат Вәлиев алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә нимә кәрәклеген яҡшы белә. Улар хәрби бүлексәләргә радиостанция, компас, бинокль һәм һалдаттарға башҡа кәрәкле әйберҙәр бирҙе.
“Ил өсөн ябай булмаған осорҙа барыбыҙға бергә булыу мөһим. Еңеү өсөн берләшергә кәрәк. Тәжрибәбеҙҙе иҫәпкә алып, унда доброволецтар булып барырға теләгәйнек, ләкин йәш арҡаһында алманылар. Шуға ла еңеүгә өлөшөбөҙҙө Халыҡ фронты проекты аша индерергә булдыҡ", - тине дуҫтар.
“Барыһы ла еңеү өсөн!” проектына федераль ведомстволарҙың территориаль идаралыҡтары әүҙем ҡушыла. Дөйөм эшкә үҙҙәренең өлөшөн Башҡортостанстат һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт вәкилдәре индерҙе.
Башҡортостанда Донбасс һаҡсыларына ярҙам Халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты майҙансығында алып барыла: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1, 138-се офис.
Фото: Башинформ.