Социаль мәсьәлә
25 Август 2022, 14:40

Иғтибар үҙәгендә - ғаилә һәм бала!

Форум өс көн барасаҡ. 

Иғтибар үҙәгендә - ғаилә һәм бала!Иғтибар үҙәгендә - ғаилә һәм бала!
Иғтибар үҙәгендә - ғаилә һәм бала!

Бөгөн ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә “Ғаилә һәм балалыҡ донъяһы” тип аталған IX социаль әһәмиәтле форум асылды. Форум программаһы бик бай ине, унда эшлекле программа, махсус күргәҙмә, төрлө интерактив майҙансыҡтар эшләне. Сараны Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова асты, шулай уҡ ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, дәүләт власы, муниципалитеттар вәкилдәре, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф ойошмалары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Лира Иғтисамова белдереүенсә, Башҡортостанда 500 меңдән ашыу ғаилә бар, уларҙың 50 меңдән күберәге – күп балалы ғаиләләр. Был республикабыҙҙың тотороҡло артыуы тураһында һөйләй, тине вице-премьер. Беҙҙең республика етәкселеге ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн күп эштәр алып бара.

Күргәҙмә бик бай һәм йөкмәткеле итеп ойошторолдо. Унда мәктәп һәм балалар баҡсалары, халыҡты социаль яҡлау, һалым органдары, Пенсия фонды һәм күп функциялы үҙәк белгестәре, психолог, юрист, табиптар ата-әсәләргә бушлай консультациялар үткәрә. Шунда уҡ бында баланың сәләмәтлеген тикшертеп ҡарарға ла мөмкин ине. Уҡыусыларға мәктәп формалары ла тәҡдим ителә. Кескәйҙәр спектаклдәр ҡарап ҡыуанды.

Пленар ултырыш “Ғаилә именлеге – дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөгө” тип аталды, уны Ленара Иванова алып барҙы. Шулай уҡ Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Салагай, вице-премьер Лира Иғтисамова, Башҡортостан буйынса баш дәүләт санитар табибы Анна Казак һәм башҡалар спикерҙар булып саҡырылғайны.

Һөйләшеү бик ентекле булды, мөһим темалар күтәрелде. Мәҫәлән, балаларҙың һаулығы, репродуктив һаулыҡты һаҡлау, балалар менән ғаиләләргә йүнәлтелгән ҡиммәттәрҙе һаҡлау, балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы, йөклө әсәләргә файҙалы мәғлүмәттәр ҡаралды.

Форум-күргәҙмә өс көн дауам итәсәк.

Киң матбуғат саралары вәкилдәре өсөн “Ғаилә – тыныслыҡ нигеҙе” тигән бик ҡыҙыҡлы интерактив семинар булды. Унда  БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов сығыш яһаны.

— Дүрт балалы ғаилә башлығы булараҡ, беҙҙең тормошта иң мөһиме һәм ҡәҙерлеһе – ғаилә, тип ҡәтғи рәүештә әйтә алам. Тәүҙә һин донъяға килгәне, һуңынан үҙең ҡорғаны. Ғаилә – йәмғиәттең нигеҙе, – тине ул һәм был теманың республикабыҙҙа донъя күргән матбуғат сараларында ла әүҙем яҡтыртылыуын билдәләне. 

Беҙҙә балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн айырым баҫмалар донъя күрә: "Аҡбуҙат", "Әллүки", "Йәншишмә", "Аманат", "Йәшлек", "Шоңҡар", "Толпар", "Өмөт"... Балалар һәм ата-әсәләр менән эшләүсе уҡытыусылар өсөн “Башҡортостан уҡытыусыһы” һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары нәшер ителә. Балалар өсөн 30 йылдан ашыу эшләүсе “Тамыр” телеканалы бар. Улар барыһы ла үҫеп килеүсе быуынға әхлаҡи һәм ғаилә тәрбиәһе биреүгә ҙур өлөш индерә.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас