Социаль мәсьәлә
25 Август 2022, 15:00

Уяу булығыҙ, коронавирус “йоҡламай”

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы оператив кәңәшмәлә һүҙ нимәләр хаҡында барҙы?

Уяу булығыҙ, коронавирус “йоҡламай”Уяу булығыҙ, коронавирус “йоҡламай”
Уяу булығыҙ, коронавирус “йоҡламай”

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһыһына ҡаршы 425 койка әҙер, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова оператив кәңәшмәлә.

Республикала шулай уҡ кислород биреү мөмкинлеге булған 438 койка әҙер. Бынан тыш, башҡа йәһәттән дә әҙерлек бара.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы оперативкаһында өлкән йәштәгеләрҙе диспансерлаштырыу тураһында ла һүҙ барҙы. 650 248 өлкән йәштәге кеше диспансерлаштырыуҙы үткән, 141 689 кеше - медицина ҡарауын, 214 335 кеше иһә ныҡлап диспансерлаштырыу үткән.

“Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатырға тейешле кешеләр һаны – 2 484 667 кеше. 24 авгусҡа ҡарата, яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы 3 308 518 доза вакцина килтерелгән”, - тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина.

Фото: ru.oxu.az

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас