

Республикала IX “Ғаилә һәм бала саҡ донъяһы” социаль йәһәттән мөһим форум бара. Ул иртәгә тамамлана. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойошторған.
“Әсәлек һәм бала саҡ донъяһы” проекты ғаилә һәм балалыҡ институтын нығытыуға, һаҡлауға, йәш ғаиләләрҙе яҡлауға, әсә һәм бала һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда тыуым менән хәлдәр киҫкен, былай ҙа еңел булмаған демография менән бәйле хәлгә пандемия ла кире йоғонто яһай. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика ҡалаларында 20 – 39 йәшлек ҡатындарҙың 71 проценты ғаилә ҡороу мәсьәләләрен яҡшыртырға, кейәүгә сығырға ашыҡмай, һөҙөмтәлә тыуым да артмай. Бөгөн юғары репродуктив ысулдар файҙаланыла, тик ҡатындар белгестәргә мөрәжәғәт итергә ҡыйынһына. Мәҫәлән, был ысулдарҙың береһе – донор материалдарын файҙаланыу.
Бөгөн Өфөлә барған “Ғаилә һәм бала саҡ донъяһы” күргәҙмә-форумында “Ауырға ҡалыуҙың 10 юлы” тигән сарала республиканың билдәле гинекологтары, урологтары, репродуктологтары тап ошо йөклөлөк, бала табыу һәм башҡалар тураһында кәңәш бирә.
Әйткәндәй, күргәҙмә-форум ваҡытында “Еңел йөклөлөктөң серҙәре”, “Еңел бала табыу. Йөклөлөк ваҡытындағы ҡурҡыуҙар”, “Ғүмерҙе страховкалау өсөн нимә белергә?” һәм башҡа темаларға лекциялар ойошторола. Бынан тыш, Сәләмәтлек майҙансыҡтарында невролог, педиатр, терапевт, эндокринолог һәм башҡа белгестәрҙең кәңәштәрен бушлай алырға мөмкин. Өҫтәүенә төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр ҙә фәһемле һәм файҙалы булыр. Шуға Өфөләге “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексына килегеҙ, ҡарағыҙ.
Фото: vekzhivu.com