Социаль мәсьәлә
26 Август 2022, 12:43

“Герой-әсә” исеме “Хеҙмәт Геройы”на тиң

Юғары исемдең тергеҙелеүе яҡты өмөттәр уята.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Герой-әсә” исемен тергеҙеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалманы. Был маҡтаулы исем 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән Рәсәй граждандарына биреләсәк. Тағы бер шарт – балаларҙың барыһы ла иҫән-һау, иң кесеһенә кәм тигәндә бер йәш булырға тейеш. Бындай ҙур ғаиләләр өсөн түләү бер миллион һум тәшкил итә.

Президент Указына тағы ике награда буйынса үҙгәрештәр индерелгән. Ете һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләгә “Ата-әсәлек даны” ордены менән бергә 500 мең һум күләмендә аҡса бирелә (элек 200 мең һум тәшкил итте). Иң кесе балаға өс йәш тулған булырға тейеш. Указ тағы ла бер наградаға үҙгәреш индерә: дүрт һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләгә “Ата-әсәлек даны” миҙалы менән бергә 200 мең һум күләмендә дәртләндереү сараһы ҡаралған (быға тиклем түләү юҡ ине).

Наградаларға дәғүә итеүселәр һайлап алынасаҡ, был шарттарҙы ла ҡарап үтәйек. Әүҙем тормош позициялы, ата-әсәнең икеһе лә эшләгән, балалары белем алған ғаиләләр ғариза менән йәшәү урыны буйынса хакимиәткә мөрәжәғәт итә ала. Документтар исемлегендә мотлаҡ муниципалитет хакимиәте баш­лығы юлламаһы булырға тейеш. Аҙаҡ кандидаттарҙы Ғаилә, хеҙмәт һәм ха­лыҡ­ты социаль яҡлау министрлығы, республика етәксеһе ҡарамағындағы дәүләт наградалары буйынса комиссия ҡарая­саҡ. 2009 йылдан алып Башҡортос­танда һигеҙ ғаилә “Ата-әсәлек даны” ордены, өс ғаилә “Ата-әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Күреүебеҙсә, әлегә һандар ҡыуандырырлыҡ түгел.

Яңы наградалар күп балалы ата-әсә статусын күтәреүгә ярҙам итер һәм илдә тыуымды арттырыуҙа тағы бер етди аҙым булыр, тип көтөлә. Бынан тыш, ул дәүләт наградалар системаһын  камил­лаштырыуға, әсәлекте һәм балалыҡты нығыраҡ яҡлауға булышасаҡ. Әлбиттә, иртәгә үк ун бала тәрбиәләгән ғаиләләр ишәйеп китмәҫ, әммә был ғәмәлдәр күп балалы ғаиләләрҙең абруйын, бәҫен, әсә статусын арттырыуға йоғонто яһар тип ышандыра.

Дәүләт Думаһының ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Татьяна Буцкая әйтеүенсә, “Герой-әсә” исеме “Рәсәй Геройы”, “Хеҙмәт Геройы” исемдәренә тиңләш­терелә, тимәк, һүҙ Рәсәй Федерацияһы­ның иң юғары наградаһы тураһында бара. “Беҙ ғаилә ҡиммәттәрен һаҡ­лая­саҡ­быҙ, күп бала тәрбиәләгән әсәләргә ярҙам итеү – уның нигеҙе. Илдең килә­сәге – татыу ғаиләләребеҙҙә, балала­рыбыҙҙа, халҡыбыҙҙа. Ғаиләлә балалар ни тиклем күберәк тыуһа, илебеҙ шунса байыраҡ буласаҡ”, – ти депутат. Әлбиттә, “Герой-әсә” булыу юлы оҙайлы, йәш ғаилә уны бер сабый үҫтереүҙән башлай. “Шуға күрә бөгөн тап уларҙы хәстәрләү – дәүләттең төп бурысы. Күп балалы ғаиләне 20 йәштән планлаштырыу өсөн фатир, эш, балалар баҡсаһы, мәктәп – барыһы ла кәрәк. Тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эшләргә кәрәк тә инде беҙгә”, – тип алдағы бурыстарҙы билдә­ләй етәксе.

Рәсәй Президентының, күп балалы  әсәләрҙең ауыр хеҙмәтен ғәҙел баһалап, оло награда булдырыу тураһындағы ҡарары йәмәғәтселек тарафынан хуплап ҡаршы алынды. Әсәлекте данлаған Указ менән танышып, күптәр һөйөнгәндер, ғорурлыҡ кисергәндер, “Герой-әсә” исеменең 30 йылдан һуң тергеҙелеүе – көтөлмәгән яҡшы яңылыҡ! Ә уның тарихы 78 йыл элек булған ваҡиғаға барып тоташа. Халыҡ өсөн иң ҡатмарлы осорҙа, 1944 йылдың 8 июлендә, СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан  10 һәм унан да артығыраҡ бала тәрбиәләгән ҡатындар өсөн “Герой-әсә” исеме, ошо уҡ Указ менән “Әсәлек даны” ордены һәм “Әсәлек миҙалы” булдырылды.

Указ һуғыш осоронда ҡабул ителеүгә бәйле, фронтта һәләк булған һәм хә­бәр­һеҙ юғалған балалар ҙа иҫәпкә алын­ған. 1945–1991 йылдарҙа Башҡортостан буйынса “Герой-әсә” исеменә 35 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булыуы билдәле.

90-сы йылдарҙа ҡеүәтле СССР-ҙың ҡапыл тарҡалыуы ил яҙмышын ҡырҡа үҙгәртте, әсәлек, балалыҡ, ғаилә мәсьә­ләләре лә көн үҙәгенән ситләште. “Герой-әсә” исемен биреү, “Әсәлек даны” орденын һәм “Әсәлек миҙалы”н тапшырыу туҡтатылды. Бөгөн килеп юғары исемдең яңынан тергеҙелеүе киләсәккә яҡты өмөт менән ҡарарға ярҙам итә.

Башҡортостан тарихында тәүге тап­ҡыр социаль-демографик проблемалар хаҡында монография яҙған, Рәсәйҙә беренсе булып уның ғилми етәкселеге аҫтында ижади коллектив көсө менән бер миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән баш ҡаланың социаль паспортын төҙө­гән, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең “Йәштәр сәйәсәте” концепцияһын эшләгән, тәү тапҡыр “Башҡортостан ғаиләһе” социаль атласын булдырған ғалим, 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, социология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм матбуғат дуҫтарының береһе Рауил Насибуллинға ошо мөһим Указ тураһындағы фекере менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек. Кем-кем, ә Рауил Талип улының социология өлкәһендә хеҙмәт, идара итеү һәм демография проблемаларын энәһенән-ебенә тиклем өйрәнгән, ҡайҙа ғына сығыш яһаһа ла, ҡыйыу, төплө тәҡ­димдәре менән тамашасының иғти­барын яулаған, халҡыбыҙ йәшәйеше, ғүмер оҙайлылығы, ғаиләләр яҙмышы өсөн борсолоп йәшәгән, социология өлкәһендә 40-тан ашыу фән кандидаты һәм докторы әҙерләгән профессор булараҡ, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләренә битараф булмағанын яҡшы беләбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 10 бала тәрбиәләп үҫтергән әсәләргә “Герой-әсә” исемен биреү тураһындағы Указын ғалим ниндәй тойғолар менән ҡаршыланы икән? Уның бөгөн Башҡортостандан ситтә булыуын белһәк тә, шылтыратып, фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һора­ныҡ.

Рауил НАСИБУЛЛИН, социология фәндәре докторы:

– Рәсәй Президентының әсәләрҙең хеҙ­мә­тенә юғары баһа биреүе, йәмәғәтселек иғтибарын бала тәрбиә­ләгән уңған ҡа­тын­дарға йәлеп итеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Ата-әсә хеҙмәте – баһалап бөткөһөҙ ҡим­мәтле, көн үҙәгендә торған, кешелек өсөн иң мөһим бурыстарҙың береһе. Бер үк осорҙа, бер үк шарттарҙа ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтереү – үҙе ҙур батырлыҡ. Әсә хеҙмәтен төрлө ки­мәл­дәге етәкселәрҙең хеҙмәтенән дә оло­раҡ, ҡиммәтерәк тип баһалайым, ни өсөн тигәндә, тыуым булмаһа, белгестәр ҙә, етәк­селәр ҙә, ғалимдар ҙа яҡты донъяға тыумаясаҡ бит.

Хәтерләйһегеҙҙер, Ҡытайҙа бер мәл ата-әсәгә икенсе балаларын табып үҫтереү тыйылғайны. Һөҙөмтәһе аяныслы булды, ғаиләләр улдар үҫтереүгә генә йүнәлеш алды, демография өлкәһендә баланс бо­ҙол­до. Ә хәҙер хатаһын аңлаған ҡытай социо­логтары һәм етәкселәре ошо етеш­һеҙлекте төҙәтеү өсөн ата-әсәләргә өсөнсө балаларын табырға рөхсәт бирергә мәж­бүр. Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте мотлаҡ юғары баһаланырға тейеш! Мин был хаҡта күп­тән һөйләйем. Илдә ошо ыңғайҙан бай­таҡ саралар күрелеүенә ҡарамаҫтан, әлегә был әһәмиәтле эш тейешле кимәлдә, социологтар күҙаллағанса һөҙөмтәле түгел. Әсә хеҙмәтенең учреждениела, заводта йәиһә мәктәптә эшләгән хеҙмәткәрҙекенә тиңләштерелеүе мөһим. Киләсәккә лайыҡ­лы алмашсылар әҙерләгән һәр әсәгә балалар тәрбиәләгәндә тотороҡло эш хаҡы түлә­нергә тейеш, тип иҫәпләйем. Илгә эшсе көсө, аҡыл ҡеүәте етешмәһә, аҡсаның да, байлыҡтың да ҡәҙере бөтөүе ихтимал.

Ил, республика бюджетын ҡабул иткәндә, яҡын киләсәктә башҡа тармаҡтар менән бергә  балалар өсөн айырым махсус статья булдырыласағына ышанам. Һәр бала диңгеҙ буйында йәки башҡа ҙур ҡалаларҙа, та­ныл­ған лагерь һәм ял йорттарында ял ит­һен, донъяны танып белһен, белемен арттырһын, музей, театрҙарҙа булһын, хә­ҙерге заман технологиялары менән кесе йәштән танышып үҫһен өсөн бөтә мөм­кинлектәрҙе тыуҙырғанда, уларҙа ошо хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән, уңайлы шарттар булдырған Тыу­ған иле, төйәге өсөн ғорурланыу тойғоһо уянасағына иманым камил. Шул саҡта бына тигән лайыҡлы ул-ҡыҙҙар, үҙ иленең патриоттарын тәрбиәләү өсөн яңы, һөҙөмтәле юлдар асыласаҡ. “Герой-әсә” исеме булдырылыуы әсәләрҙең статусын, абруйын күтәреүҙә, ҡатын-ҡыҙ шәхесенә хөрмәтте арттырыуҙа, уларҙың яҡлан­ған­лығын раҫлауҙа, үрҙә әйтелгән бурыс­тар­ҙы үтәүҙә яһалған ҙур аҙымдарҙың береһе булыр, тип иҫәпләйем.

-  Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас