Социаль мәсьәлә
26 Августа 2022, 16:00

“Халыҡ үҙе һораны”

Элек был урын Черниковканың йөҙөк ҡашы ине, һәм беҙҙең бурыс – уны яңынан тергеҙеү

“Халыҡ үҙе һораны”“Халыҡ үҙе һораны”
“Халыҡ үҙе һораны”

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге битендә Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында “Нефтехимиктар” паркын үҙгәртеп ҡороу эштәре менән таныштырған.

“Вәғәҙә иткәнемсә, быйыл беҙ баш ҡаланың Орджоникидзе районында ”Нефтехимиктар” паркын үҙгәртеп ҡороуҙы башланыҡ. Халыҡ  был хаҡта үҙе һораны. Элек был урын Черниковканың йөҙөк ҡашы ине, һәм беҙҙең бурыс – уны яңынан тергеҙеү.

 Проект буйынса, паркта юлдар селтәре һәм велосипедтарҙа йөрөү   юлы, резина япмалы һәм тренажерҙар ҡуйылған спорт майҙаны, эттәр йөрөтөү өсөн зона, һыу һибеү, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү  системалары буласаҡ. Парк, ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, һәр кемгә ҡыҙыҡлы, уңайлы, йәмле, иң мөһиме, хәүефһеҙ булырға тейеш. Был талаптар төҙөкләндерелеүсе бөтә йәмәғәт киңлектәренә ҡағыла.

Бөгөн махсус рәүештә эштәрҙең нисек барыуын ҡарарға килдем. Урындағы кешеләр менән аралаштым – улар түҙемһеҙлек менән эштең тамамланыуын көтә, рәхмәт әйтәләр. Ә мин уларға бәйләнеш өсөн рәхмәтлемен, әгәр нимәлер тейешлесә бармаһа, хәбәр итеүҙәрен һорайым".

 


Фото:горобзор.ру

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас