Социаль мәсьәлә
26 Август 2022, 08:25

Хеҙмәтте һаҡлау буйынса – тәүге тиҫтәлә

Былтыр хәүефһеҙлек сараларына 462 миллион һум йүнәлтелгән.

Хеҙмәтте һаҡлау буйынса – тәүге тиҫтәләХеҙмәтте һаҡлау буйынса – тәүге тиҫтәлә
Хеҙмәтте һаҡлау буйынса – тәүге тиҫтәлә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ Рәсәй төбәктәре араһында хеҙмәт шарттарына махсус баһа бирелгән эш урындары күләме буйынса һигеҙенсе урынды яуланы. Волга буйы федераль округында Башҡортостан был күрһәткес буйынса икенсе урынды биләй. Төбәк компаниялары тарафынан иҫкәртеү сараларын финанслауға йүнәлтелгән аҡса күләме буйынса ла республика йыл һайын тәүге тиҫтәгә инә.

Производствола хеҙмәтте һаҡлауҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, эш биреүселәр быны яҡшыраҡ аңлай. Былтыр төбәк предприятиелары иҫкәртеү сараларын финанслауға 462 миллион һум, йәғни 2020 йылға ҡарағанда 14 миллионға күберәк тотонған. Быйыл Башҡортостан – Рәсәй Хеҙмәт министрлығының “Рәсәй Федерацияһында хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге һөнәри хәүефте баһалауҙы һәм идара итеүҙе камиллаштырыу” пилот проектының (дүрт төбәк менән бер рәттән) тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы. Республика проектына 10 меңдән ашыу эш урынын үҙ эсенә алған төрлө иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендәге туғыҙ ойошма ингән.

Төбәк кимәлендә пилот проектын ғәмәлгә ашырыуҙың арауыҡтағы һөҙөмтәләре Рәсәй Хеҙмәт министрлығының Бөтә Рәсәй хеҙмәт ғилми-тикшеренеү институты, Екатеринбург ҡалаһындағы Хеҙмәтте һаҡлау ғилми-тикшеренеү институты ҡатнашлығында HR-клубының “Хәүефһеҙ эш урыны” темаһына уҙғарылған ултырышында ҡаралды.

Башҡортостанда был теманы тулыһынса аңлайҙар, уның буйынса асыҡтан-асыҡ фекер алыштыҡ. Эш ике этапта үтә. Башта беҙ хеҙмәткәрҙәрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн туранан-тура яуап биргән, хәлде бөтә нескәлектәрендә яҡшы белгән участка начальниктары, мастерҙар менән мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Артабан эш урындарына барып, хеҙмәткәрҙәр менән осраштыҡ. Бөтә яҡтар ҙа үҙ-ара килешеп эш итә, һәр яҡ хәүеф сығанаҡтарын билдәләй, уларҙы ҡағыҙҙа теркәй, – тине Хеҙмәтте һаҡлау ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары Денис Суков.

Проект нигеҙендә тормошҡа ашырылған саралар производствола имгәнеү һәм профессиональ ауырыуҙар кимәлен кәметеүгә, етештереү мәҙәниәтен үҫтереүгә, эш биреүселәргә финанс һәм көйләү йөкләмәләрен кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас